Мораҙым
+21 °С
Болотло
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Ғинуар 2022, 05:26

Һәләтле хеҙмәткәр, хәстәрлекле әсә, әүҙем йәмәғәтсе

чс  Мораҡ үҙәк район дауаханаһының функциональ диагностика кабинетынан һис кеше өҙөлмәй. Оло хеҙмәт юлын фельдшер булараҡ башлап, аҙаҡ “Әүлиә” реабилитация үҙәгендә тәжрибә туплаған, хәҙер ете йыл бында шәфҡәт туташы эшен намыҫ менән атҡарыусы Лилиә Казбакованы район халҡы күптән үҙ итеп өлгөрҙө. Исеме есеменә тап килеп торған гүзәл зат ябайлығы, кешелеклелеге менән арбай шул.  Тәжрибәле участка терапевты һәм кардиограмма уҡыусы булараҡ һәр кемгә яҡшы таныш, хәҙер ике йыл функциональ диагностика үткәреү кабинеты табибы вазифаһын йөкмәүсе Резеда Суҡмарова ла: - Эшен һәр саҡ белеп, яратып башҡара ул Лилиә. Кешеләргә лә итәғәтле үҙе. Өлгөрлөк, бөхтәлек – уның төп сифаттары, - тип, үҙенең ҡул аҫтында эшләгән шәфҡәт туташының хеҙмәтенә юғары баһа бирә.

Һәләтле хеҙмәткәр, хәстәрлекле әсә, әүҙем йәмәғәтсеҺәләтле хеҙмәткәр, хәстәрлекле әсә, әүҙем йәмәғәтсе
Һәләтле хеҙмәткәр, хәстәрлекле әсә, әүҙем йәмәғәтсе

Табиптың әйткәне хаҡ. Үҙе ғүмерлеккә төйәк иткән Яңы Хвалын утарынан Мораҡҡа  йөрөп эшләүе бер ҙә анһат түгел Лилиәгә, әммә һәр саҡ оптимистик рухта булып эшенә талпынып килә, һис моң-зарҙы белмәй, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы менән бергәләп кешеләргә ярҙам итергә ынтылып тора. Элегерәк был кабинетҡа халыҡ йөрәк эшмәкәрлеген тикшертеү өсөн (ЭКГ) килһә, хәҙер төплө диспансеризация үтеүселәр, коронавирус менән сирләп шәбәйгәндәр мотлаҡ рәүештә бында спирография үтә, йәғни үпкә, тын алыу юлдарының функциональ торошон тикшертә.   

 Лилиә Мансур ҡыҙы намыҫлы, тәжрибәле эшсән генә түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә, өс баланың изгелекле, хәстәрлекле әсәһе лә, тормош юлдашы Риғәт Радик улы өсөн тоғро ҡатын, рухи терәк тә. Тормошҡа сәмле, эшкә дәртле Казбаковтарҙың матур ғаиләһе – Яңы Хвалын утарының бер сағыу биҙәге.

 Эйе, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында йәмғиәтебеҙҙең “йөҙөк ҡашы” булған гүзәл заттар эшләгәндә, халыҡтың аҡ халатлыларға булған ихтирамы, ышанысы һис һүрелмәҫ әле!

 Яҙмабыҙ геройҙары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманың киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас