Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Декабрь 2021, 14:40

Ковидтан вакцина Милли календарға индерелде

12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы прививкалау ирекле, ата-әсәнең яҙма ғаризаһы булғанда ғына яһаласаҡ.

Ковидтан вакцина Милли календарға индерелде
Ковидтан вакцина Милли календарға индерелде

Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эпидемик күрһәткестәр буйынса иҫкәртеү прививкаларының яңы Милли календарын раҫлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ 20 декабрҙә хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылған.  

Бойороҡҡа ярашлы, коронавирус инфекцияһына ҡаршы мотлаҡ вакцина яһатыу төркөмөнә граждандарҙың түбәндәге категориялары инә: 60 йәшлек һәм унан өлкән граждандар, медицина, мәғариф һәм социаль өлкәлә эшләүселәр, социаль учреждениеларҙа йәшәүселәр, хроник сирҙәр, шул иҫәптән бронх-үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, шәкәр диабеты, һимереү менән яфаланыусылар, шулай уҡ миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар халҡы.

Бойороҡта әйтелеүенсә, 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы прививкалау ирекле, ата-әсәнең яҙма ғаризаһы булғанда ғына яһаласаҡ.

Икенсе кимәлдәге вакцина яһатыу буйынса  категорияға хеҙмәт күрһәтеү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре индерелгән. Өсөнсө кимәл категорияһында – һөнәри белем биреү учреждениелары һәм юғары белем биреү ойошмаларының 18 йәштән өлкән уҡыусылары.

Автор:
Читайте нас: