Мораҙым
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Декабрь 2021, 12:00

Алсаҡ йөҙлө аҡ халатлы

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының иң мөләйем, кеселекле шәфҡәт туташтарының береһе ул – Земфира Ғәйфулла ҡыҙы Ғәбитова.  Уның медицина өлкәһендә һәм ошо дауаханала намыҫлы хеҙмәт итеүенә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмере үтһә, физиотерапия кабинетында халыҡты хеҙмәтләндереүенә ун ике йыл.  Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы, олоһона ла, кесеһенә лә йылы һүҙен һәм яҡты йөҙөн йәлләмәгән аҡ халатлы – өс баланың изгелекле әсәһе лә, Мораҡ ауылының бер биҙәге булған матур ғаилә усағының ырыҫын, йылыһын һаҡлаусы күркәм булмышлы ҡатын да.

Алсаҡ йөҙлө аҡ халатлы
Алсаҡ йөҙлө аҡ халатлы

 Ул Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, яҡты хыялдарын тормошҡа ашырыу теләге менән Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә үҙенең оло хеҙмәт юлын башлай. Ҡасан да бер булһа операция залына эләккән кешеләр унда эшләүсе шәфҡәт туташтарының ни кимәлдә эштәренең ауыр икәнлеген, кеше һаулығы, уның ғүмере өсөн хирург-табиптар менән бер рәттән иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алыуҙарын яҡшы белә... Дәрт-дарманлы саҡта ысын “сынығыу мәктәбе”н үткән, халыҡ менән аралашыуҙа бай тәжрибә туплаған белгес аҙаҡ курстар үтеп, физиотерапия ярҙамында кешеләрҙе дауалау йүнәлешендә белемен үҫтереп, 2008 йылда “физкабинет”ҡа эшкә күсә.

 Земфира Ғәбитова пак күңелле медицина хеҙмәткәре генә түгел, икенсе яртыһы – Йәмил Сәфиулла өсөн тоғро, ышаныслы тормош юлдашы ла. Эштән йәм табып йәшәй белеүсе, тормошҡа гел яҡты ҡарашта булыусы матур пар өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы ла үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй. Ҡыҙҙары – Әлмира менән Әлфира, әсәләренә оҡшап, икеһе лә медицина юлын һайлаған. Әлмира офтальмолог, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Сая рухлы, төплө белемле Әлфира  Өфө дәүләт медицина университетын тамамлағас, Санкт-Петербургҡа юлланып, уҡыуын ординатурала дауам иттерә, яратҡан эшен дә шунда таба.

 Кинйәләре – Рәмзилдең һаулығы өсөн ата-әсәгә заманында хафаланырға, уны дауалау юлдарын эҙләп байтаҡ медицина үҙәктәрен тапарға тура килә. Ете йәшкә тиклем теле асылмаған үҫмер, бәхеткә күрә, хәҙер буй еткереп Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы класында уҡый, ижади бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай, тасуири уҡыу буйынса тиҫтерҙәренән бер ҡалышмай.

 Сабырлыҡ һәм татыулыҡ, эшһөйәрлек өлгөһө булған Земфира менән Йәмил Ғәбитовтарҙың артабан да ғаилә күге салт аяҙ тороп, яратып баҡҡан балалары үҙҙәрен гел шатлыҡ-ҡыуаныстар, ҡаҙаныштар менән генә һөйөндөрөп торһон, тип теләге килә.   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: