Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Декабрь 2021, 10:02

Ҡайһы райондарҙа хәл айырыуса хәүефле?

Оператив штаб ултырышында ошо һәм башҡа көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.

Ҡайһы райондарҙа хәл айырыуса хәүефле?
Ҡайһы райондарҙа хәл айырыуса хәүефле?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – прививка кампанияһы темпын көсәйтеү, һаулыҡ һаҡлау системаһын Яңы йыл байрамдарына әҙерләү.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала коронавирустан вакцина яһау барышы менән таныштырҙы. Төбәккә бөтәһе 2 661 758 доза вакцина алынған. 9 декабргә ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүге компонентын 2 059 482 кеше яһатҡан. Прививка эшләтеүҙе 1 842 592 граждан тулыһынса тамамлаған. Был - вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 82,9 һәм 74,2 проценты тигән һүҙ. Прививка кампанияһы лидерҙары билдәле – Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө, Кушнаренко, Стәрлебаш, Ҡариҙел райондары. Уларҙа прививка яһатыу 100 процентҡа үтәлгән.

Ултырышта республиканың төп кампанияларында вакцина ҡаҙатыу темпы тикшерелде. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов күҙәтеү аҫтында республиканың 300 мең кеше эшләгән эре предприятиелары тороуын белдерҙе. Бөтә тармаҡтар ҙа яҡшы күрһәткескә эйә – хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан. Әлегә 16 предприятие буйынса һорауҙар бар, улар прививка ҡаҙатыу буйынса график менән юл карталары төҙөп, эш башларға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика буйынса баш санитар табип ҡарарына ярашлы, эш биреүселәрҙең 18 декабрҙән вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына индермәҫкә һәм хаҡ түләмәҫкә хаҡлы булыуын иҫкә төшөрҙө. 2021 йылдың 11 ноябрендә сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ прививкалау тураһында тағы бер ҡарарға ҡул ҡуйылды. 30 декабргә тиклем был ойошмаларҙа эшләгәндәрҙең кәмендә 80 процент өлөшө вакцина яһатырға тейеш.

Максим Забелин әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы менән ауырығандарҙың дөйөм һаны 112 106 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 589 кешелә был диагноз раҫланған һәм 623 ауырыу һауыҡҡан. Ул өс муниципалитеттың – Баҡалы, Дыуан һәм Учалы райондарының хәүеф аҫтында булыуын билдәләне. Радий Хәбиров был биләмәләрҙә хәлде яҡшыртыу һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы көсәйтеү буйынса саралар ҡабул итергә ҡушты. Ултырышта шулай уҡ донъяла коронавирустың яңы штамы – “омикрон” таралыуы менән бәйле хәл буйынса фекер алышынды.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республиканың белем биреү учреждениеларында 258 уҡыусыла, 65 уҡытыусыла COVID-19 диагнозы раҫланғанын, бөтәһенең дә дауаланыуын белдерҙе. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү сирҙәренә бәйле хәл ябайҙан түгел: 55 847 уҡыусы ауырыған, карантинда – 16 мәктәп һәм айырым 900 класс. Бөтә ышаныс – оҙайлы Яңы йыл каникулдарында. Балалар баҡсаларында байрамдар айырым төркөмдәрҙә генә үткәреләсәк. Әгәр ҙә  вакцина яһатыу тураһында тейешле документтары булһа, ата-әсәләр ҙә ҡатнаша аласаҡ. Мәктәптәрҙә шыршы байрамдары айырым кластарҙа уҙғарыласаҡ, дөйөм мәктәп байрамдары ойошторолмай.

24 декабрҙә муниципалитеттарҙа асыҡ һауала Яңы йыл саралары үткәрелә, уларҙа уҡыу алдынғыларын, олимпиада һәм конкурс еңеүселәрен ҡотлап, Башҡортостан Башлығы исеменән бүләктәр тапшырасаҡтар. Балалар өсөн шыршы байрамдары театрҙарҙа, мәҙәниәт йорттарында үткәрелгәндә тейешле санитар ҡағиҙәләр мотлаҡ күҙәтелергә тейеш.

Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров алдағы Яңы йыл байрамдарына һаулыҡ һаҡлау тармағы әҙерлеген тәьмин итергә, тейешле дарыуҙарҙы, кәрәк-яраҡтарҙы тупларға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: