Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Декабрь 2021, 15:10

«Хәл бик етди!»

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор етәксеһе республикала балаларҙың сирләүе хаҡында бына нимә ти. 

«Хәл бик етди!»
«Хәл бик етди!»

Бөгөн, 6 декабрҙә, республика буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә балаларҙың ауырыуына бәйле хәл тураһында һөйләне.

«Грипп һәм ОРВИ буйынса хәл бик етди. Республикала эпидемик сик әлеге ваҡытта 50,7 процентҡа артҡан. Башлыса балалар сирләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙарҙың 46,4 проценты – 7-14 йәшлектәр. Дөйөм алғанда, балалар сирләй – 51,7 процент. Беҙҙә гриптың А төрөнөң 106 осрағы раҫланған. Бөгөнгә республикала грипп сығанаҡтары юҡ», – тине ул.

Автор:
Читайте нас: