Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Ноябрь 2021, 09:22

Балаларға прививка яһатыу мөһим

Оператив кәңәшмәлә республиканың баш санитар табибы Анна Казак нимә тип белдерҙе?

Балаларға прививка яһатыу мөһим
Балаларға прививка яһатыу мөһим

Республикала коронавирустан тыш та йоғошло миҙгел сирҙәре арта. Мәҫәлән, быйыл 23 киҙеү (грипп) осрағы лабораторияла раҫланған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың баш санитар табибы Анна Казак хәбәр итте.

"Был сирҙең усағын асыҡланыҡ. Уны яптыҡ, яңы осраҡтар әлегә юҡ", – тине ул.

Башҡортостанда киҙеүҙән халыҡтың 42 проценты вакцина яһатҡан. План буйынса, уны 2,4 миллион кешегә һалдырырға кәрәк. Шулай уҡ Анна Казак белдереүенсә, уны балаларға ла яһатыу мөһим.

Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар буйынса эпидемиологик кимәл 8,6 процентҡа ашыу. Ә бына үткән аҙна күрһәткестәре менән сағыштырғанда, кәмегән.

Дауахананан тыш пневмонияларға килгәндә, башлыса ул ковидтан һуң барлыҡҡа килә – 72 процент, бактериаль патогендар арҡаһында – 13,6, микст-инфекциялар сәбәпле – 9,7 процент, стафилококк – дүрт процент. Иң күбе пневмония менән 65 йәштән өлкәндәр сирләй (44,6 процент). Пневмония кисергән балалар ҙа бар, уларҙың һаны – 4,7 процент.

Ковид менән сирләгәндәрҙең дә күпселеге - 65 йәштән өлкәндәр. Эшләгән кешеләр араһында сирҙең бер ни тиклем кәмеүе теркәлә. Мәктәптә уҡыған балалар араһында һандар саҡ ҡына күтәрелгән.

Фото: вести35.рф

Автор:
Читайте нас: