Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Ноябрь 2021, 15:29

Сикләүҙәр һөҙөмтәһен бирә

Республикала коронавирустан үлгәндәр кәмей башланы. Шулай уҡ сирҙе йоҡтороу осраҡтары тотороҡланды.

Сикләүҙәр һөҙөмтәһен бирә
Сикләүҙәр һөҙөмтәһен бирә

Һуңғы арала илдә һәм Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер ни тиклем тотороҡлана башланы. Шул уҡ ваҡытта Европа илдәрендә йәнә хәлдәр киҫкенләште, унда сирләгәндәр һаны бик артҡан.

Башҡортостанға килгәндә, бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.

Бер тәүлектә коронавирусты 676 кеше йоҡторған, 29 кеше һәләк булған. Дөйөм алғанда, республикала 96 меңдән ашыу кешелә (96257 кеше) был сир асыҡланған. 85195 кеше һауыҡҡан.

– Күреүебеҙсә, сирҙең үҫеүе туҡтаны. Ҡайҙалыр хатта һандар кәмей башланы. Икенсенән, ковидтан үлем осраҡтары ла аҙая. Өсөнсөнән, ковид-госпиталдәрҙә урындарға көсөргәнеш түбәнәйҙе, – тине Радий Хәбиров. – Европала иһә хәлдәр насар. Германияла көн һайын 50 мең сирләгән кеше асыҡлана. Австрияла прививка яһатмағандар өсөн локдаун иғлан иткәндәр. Күп илдәрҙә төрлө саралар күрелә. Был нимә тураһында һөйләй? Тәүҙә беҙҙә хәлдәр хөрт ине, хәҙер уларҙа. Беҙ булғанына тынысланмайбыҙ, алдағы көндәрҙе уйлайбыҙ. Шуға күрә йоғошло сирҙәр госпиталдәре базаһын нығытырға йыйынабыҙ.

Республикала вакцинация әүҙем бара. Прививканың беренсе компонентын 1,81 миллион кеше һалдырған, тулыһынса был процедураны 1,51 миллион кеше тамамлаған.

Үткән аҙнала “Роспотребнадзор” Башҡортостанда сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн мотлаҡ вакцинация индерҙе.

– Әле беренсе планға предприятие етәкселәре менән эшләү сыға. Был уларҙың мотлаҡ бурысы. Вакцинация темптары кәметергә хаҡыбыҙ юҡ. Әгәр барыһы ла ошолай дауам итһә һәм кешеләр беҙҙе ишетһә, быйыл планды үтәрбеҙ һәм 80 процент кешегә вакцина яһатырбыҙ тип уйлайым, – тине төбәк етәксеһе.

Фото: 123ru.net

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: