Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Ноябрь 2021, 13:50

Изгелеккә ынтылыш – аҡ халатлының бар булмышы

Миләүшә Бәғәҙәт ҡыҙы Мозафарова эшләгән хеҙмәт участкаһына Мораҡ ауылының ун урамы, унан тыш Мораҙым, Багдашкин, Һатлыҡ, Кузьмин, Ҡорт-Йылға, Васильевка, Солтанғол ауылдары һәм утарҙары ҡарай.

Изгелеккә ынтылыш – аҡ халатлының бар булмышы
Изгелеккә ынтылыш – аҡ халатлының бар булмышы

Айына бер тапҡыр был төбәктәргә сыҡҡанда, урындағы халыҡтың район үҙәгенә ыҙаланып йөрөмәйсә анализдар тапшырып, ЭКГ, йәиһә флюрография үтеп йөрәген, үпкәһен тикшертеп ҡалыу мөмкинлеге була. Участка шәфҡәт туташы менән табиптың бурысы – фельдшер менән берлектә халыҡҡа медицина ярҙамы алыуҙы еңелләштереү, кешеләрҙе үҙ сәләмәтлеген һаҡларға, медицина тикшеренеүҙәрен үҙ ирке менән үтергә өйрәтеүгә этәргес биреү, хроник сирҙәрҙе асыҡлау.

 Үҙәк район дауаханаһының терапевт бүлмәһенә кеше һис өҙөлмәй. Ҡабул итеү мотлаҡ алдан яҙылыу менән башҡарылһа ла, ҡаты ауырыуҙарға сиратһыҙ үтеү мөмкинлеге бар. Шәфҡәт туташына диспанцеризация буйынса бер өҙлөкһөҙ эш алып барырға ла тура килә (хәҙер кеше йыл һайын уны мотлаҡ үтергә тейеш), тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә теге йәки был пациентта онкологик ауырыу табылған осраҡта яман сир тураһында күңелһеҙ хәбәрҙе эйәһенә еткереү ҙә уның иңенә ята.

 Пандемия осоронда аҡ халатлыларҙың бурыстары, яуаплылығы икеләтә артыуына, шәфҡәт туташтарына бер ялһыҙ заман сиренә ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында торорға тура килеүенә беҙ үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Фильтрҙа, бүлмәлә пациенттарҙы ҡабул итеү – бер, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың, ғаиләңдең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, вирустан зарарланғандарҙың өйҙәренә барып дарыу тапшырыу, күҙмә-күҙ ҡарашып уларға дауалау юлдарын өйрәтеү өсөн күпме саялыҡ, ҡыйыулыҡ талап ителә! Миләүшә Бәғәҙәт ҡыҙына ла район үҙәге буйлап көнөнә тиҫтәләгән йортҡа инеп, ауырығандарҙан хәл-әхүәл белешеп, уларҙы дөрөҫ дауаланыу серҙәренә төшөндөрөргә тура килде. Был ваҡытта шәфҡәт туташы, тәжрибәле белгес булараҡ, медицина ярҙамы күрһәтеүсе генә түгел, психолог ролен дә башҡарҙы. Үҙенең эскерһеҙлеге, мөләйемлеге менән күпме йөрәктәргә йылы өләште, йәшәү көсөн бүләк итте!

 Заман сире менән көрәш әлегә дауам итә. Уның участкаһы буйынса сентярбь айында коронавирус йоҡторған 9 кеше теркәлһә, октябрь айында 17 кеше ауырыған һәм дауаланыу курстары үткән. Уның әйтеүенсә, үҙ ирке менән вакцина эшләтергә килеүселәрҙең күпселеге – өлкән йәштәгеләр, хаҡлы ялдағылар. Тимәк, табиптар һәм шәфҡәт туташтары алдында хәҙер яңы бурыс – вакцинаның заман сире менән көрәштә яҡшы ҡорал булыуын аңлатыу.

 Миләүшә Бәғәҙәт ҡыҙы был юҫыҡта яҡшылыҡҡа, изгелеккә, заман сиренең дә сиге, аҙағы булыуына нығыраҡ ышана.

- Халыҡ менән эшләргә яратам. Кешеләр менән аралашыуҙан рухи кинәнес алам.  Аҡ халат кейгәнемә ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килмәне, шөкөр, - ти ул ихлас йөрәктән.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: