Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Октябрь 2021, 09:02

ял көндәрендә медицина учреждениелары нисек эшләй?

Ошо көндәрҙә ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй.

ял көндәрендә медицина учреждениелары нисек эшләй?
ял көндәрендә медицина учреждениелары нисек эшләй?

Башҡортостанда 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр иттеләр. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, пациенттарҙы планға ярашлы дауаханаға һалыу график буйынса ойошторола. Ошо осорҙа республикала йәшәүселәр иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем (тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ) яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатырға мөмкин.

Медицина ойошмаларында (шул иҫәптән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында) түбәндәге эш графигы билдәләнә:

- 30, 31 октябрь – эшләмәгән көндәр;

- 1, 2 ноябрь – эш көнө графигы буйынса;

- 3 ноябрь – эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара;

- 4 ноябрь – эшләмәгән байрам көнө;

- 5, 6, 7 ноябрь – эшләмәгән көндәр.

Тәүге табип-санитар ярҙамын түбәндәге режимда алырға мөмкин:

- 30 октябрь – шәмбе графигы буйынса – иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем, шылтыратыуҙар сәғәт 1-гә хәтлем ҡабул ителә;

- 31 октябрь – ашығыс медицина ярҙамы кабинеты эшләй, иртәнге 8-ҙән сәғәт 4-кәсә шылтыратып саҡыртырға мөмкин;

- 4 ноябрь – байрам көнө – иртәнге 8-ҙән киске 5-кәсә, шылтыратыуҙар 4-кә тиклем ҡабул ителә;

- 5 ноябрь – эш көнө графигы буйынса (махсуслашҡан учреждениеларҙан тыш);

- 6 ноябрь – иртәнге 8-ҙән киске 5-кәсә, сәғәт 4-кә хәтлем шылтыратып саҡыртырға була;

- 7 ноябрь – ашығыс медицина ярҙамы кабинеты эшләй, шылтыратыуҙар иртәнге 8-ҙән сәғәт 4-кәсә ҡабул ителә.

Автор:
Читайте нас: