Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Октябрь 2021, 09:47

Башҡортостанда район-ҡалалар араһында коронавирустан вакцинация буйынса антирейтинг лидерҙары билдәле булды

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Башинформ» агентлығында уҙған брифингта район-ҡалалар араһында коронавирустан вакцинация буйынса антирейтинг лидерҙарын атаны.

Башҡортостанда район-ҡалалар араһында коронавирустан вакцинация буйынса антирейтинг лидерҙары билдәле булды
Башҡортостанда район-ҡалалар араһында коронавирустан вакцинация буйынса антирейтинг лидерҙары билдәле булды

Аҙна йомғаҡтары буйынса Урал аръяғы, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Яңауыл һәм Туймазы райондарында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында вакцина яһатыу темпы түбән булыуы күҙәтелә.

Прививка эшләткәндәр һаны антирейтингына Иглин, Бөрйән, Белорет райондары, Межгорье һәм Сибай ҡалалары инде.

Бындай күрһәткестәр халыҡтың әүҙем булмауына ла бәйле, тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры. Уның һүҙҙәренсә, сараларҙы сикләү һәм халыҡтың 80 процентына прививка яһау артабан эпидемиологик хәлде тотороҡландырырға булышлыҡ итергә тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Белореттың ҙур предприятиеларына хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ вакцина яһатырға тигән күрһәтмә бирелде.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Башинформ
Читайте нас: