Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Сентябрь 2021, 22:44

Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлгән

Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны 64 меңдән ашҡан.

Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлгән
Башҡортостанда коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлгән

Уҙған тәүлектә 344 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 64 196.

Коронавирустан бөтәһе 55 890 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 184-е — һуңғы тәүлектә. Тәүлек эсендә — 20 пациент, йәмғеһе 1 477 кеше вафат булған.

Вакцинаның беренсе компонентын — 1 259 935, икенсеһен 1 152 704 кеше ҡаҙатҡан.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Башинформ
Читайте нас: