Мораҙым
+6 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Сентября 2021, 06:00

Вакцина яһайҙар

Республикала 7 меңдән ашыу ауырлы ҡатын-ҡыҙға һәм 500 мең балаға гриптан вакцина яһайҙар

Добавить в предпочтительные источники Google
Вакцина яһайҙарВакцина яһайҙар
Вакцина яһайҙар

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл көҙ 2,4 миллион кешегә гриптан прививка яһарға йыйына. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уларҙың 1,9 миллионы – өлкәндәр, 493 меңе – балалар, 7 меңе – йөклө ҡатын-ҡыҙҙар.

«Республикаға гриптан 1 182 620 доза вакцина килтерелгән. 223 630 кеше прививка эшләткән (алынған вакцинаның 18,9%), уларҙың 45 186-һы – «Ультрикс», 178 444-е «Совигрипп» вакцинаһын ҡаҙатҡан», — тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Бынан алда «Башинформ» республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуын хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас