Мораҙым
+17 °С
Ясно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Июля 2021, 07:38

30 июлгә бер тәүлектә 257 сирле асыҡланған

Республикала бөтәһе 47 995 мең COVID-19 йоҡтороу осрағы теркәлгән.

30 июлгә бер тәүлектә 257 сирле асыҡланған30 июлгә бер тәүлектә 257 сирле асыҡланған
30 июлгә бер тәүлектә 257 сирле асыҡланған

Уҙған тәүлектә ете кеше коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 762 кеше ошо мәкерле сирҙән донъя ҡуйған, тип белдерҙеләр яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабта.

Тәүлек эсендә 417 пациент дауахананан һауығып сыҡҡан. Һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны — 44 317.

Коронавирустан вакцинаның тәүге компонентын 918 656 кеше алған, 655 270 кеше иһә вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Башинформ
Читайте нас