Мораҙым
+31 °С
Ясно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Июня 2021, 04:15

Лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!

Кисә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфөлә республика халҡының һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантаналары үтте. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-офтальмологы Светлана Баян ҡыҙы Арыҫланбаева лайыҡ булды. Александровка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Людмила Павловна Чепик БР Хөкүмәтенән Рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Светлана Баян ҡыҙы менән Людмила Павловнаны беҙ ҙә лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!Тантаналы саранан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре парады ойошторолдо. Унда Башҡортостандың төрлө район-ҡаларынан 650-нән ашыу хеҙмәткәр ҡатнашты.

Кисә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфөлә республика халҡының һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантаналары үтте.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-офтальмологы Светлана Баян ҡыҙы Арыҫланбаева лайыҡ булды.
Александровка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Людмила Павловна Чепик БР Хөкүмәтенән Рәхмәт хаты алып ҡыуанды.
Светлана Баян ҡыҙы менән Людмила Павловнаны беҙ ҙә лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!
Тантаналы саранан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре парады ойошторолдо. Унда Башҡортостандың төрлө район-ҡаларынан 650-нән ашыу хеҙмәткәр ҡатнашты.
Читайте нас