Бөгөн райондың медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан район мәҙәниәт һарайына тантанаға йыйылды.
Бөгөнгө сарала улар исеменә бик күп рәхмәт һүҙҙәре, ҡотлауҙар оҙаҡ яңғыраны.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абудллин да, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссары Ришат Ҡадиров та залдағыларға башҡа теләктәр менән бер рәттән ныҡлы һаулыҡ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.
Сараның иң тулҡынландырғыс мәле - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән, район халҡының һаулығын һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү барышы көслө алҡыштарға күмелде. Байрам алдынан төрлө конкурстар иғлан ителгән булған, уларҙың еңеүселәре лә лайыҡлы бүләктәр алып ҡыуанды.