Мораҙым
+22 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Февраля 2021, 09:59

Аҡ ҡанатлы фәрештәләй аҡ халатлы гүзәлдәр

Бөтә донъяға ябырылған заман афәте беҙҙең район ерлегенән китергә һис ашыҡмай әле. COVID-19 сиренә бәйле күңелһеҙ хәлдәр, факттар кешеләрҙе һағыраҡ, һаулығына иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә. Эпидемиологик шарттарҙа эшләргә күнеккән урындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә лә иркен һуларға форсат юҡ. Аяуһыҙ сир менән көрәштә иң алғы һыҙыҡта тороусы Мораҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге (2020 йылдың апреленән бүлек провизоры тип атала) белгестәренең иңдәренә айырыуса ҙур яуаплылыҡ төшә. Әлеге көндә лә госпиталгә эләгеүселәрҙең күпселеге – вируслы пневмониянан дауаланыусылар.- Эшебеҙ еңел түгел, әммә берҙәм көс менән ауырлыҡтарға ҡаршы тороу еңелерәк. Коллективыбыҙ берҙәм, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер торған, үҙ эшен яратҡан тәжрибәле шәфҡәт туташтары эшләй беҙҙә, - ти провизор госпитале мөдире Эльвира Хәмит ҡыҙы.

Бөтә донъяға ябырылған заман афәте беҙҙең район ерлегенән китергә һис ашыҡмай әле. COVID-19 сиренә бәйле күңелһеҙ хәлдәр, факттар кешеләрҙе һағыраҡ, һаулығына иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә. Эпидемиологик шарттарҙа эшләргә күнеккән урындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә лә иркен һуларға форсат юҡ.
Аяуһыҙ сир менән көрәштә иң алғы һыҙыҡта тороусы Мораҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге (2020 йылдың апреленән бүлек провизоры тип атала) белгестәренең иңдәренә айырыуса ҙур яуаплылыҡ төшә. Әлеге көндә лә госпиталгә эләгеүселәрҙең күпселеге – вируслы пневмониянан дауаланыусылар.
- Эшебеҙ еңел түгел, әммә берҙәм көс менән ауырлыҡтарға ҡаршы тороу еңелерәк. Коллективыбыҙ берҙәм, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер торған, үҙ эшен яратҡан тәжрибәле шәфҡәт туташтары эшләй беҙҙә, - ти провизор госпитале мөдире Эльвира Хәмит ҡыҙы.
Район әсәләренә төплө белемле педиатр булараҡ яҡшы таныш Эльвира Хәмит ҡыҙының квалификация үҫтереп, яңы вазифа йөкмәүенә бер йылдан артыҡ ҡына, тик ул үҙен һәләтле етәксе итеп күрһәтеп, коллективының да, халыҡтың да ихтирамын яулап өлгөрҙө.
Үҙҙәренең, яҡындарының һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, вирус менән көрәштә йәнен аямаған дүрт шәфҡәт туташы госпиталдә дауаланған ауыр хәлдәгеләр, бигерәк тә үлем менән көрәшкән өлкән йәштәгеләр өсөн аҡ халатлы фәрештәгә тиң. Йөҙҙәренән һис йылмайыу китмәгән Фаягөл Аҡкилдина менән Ләйсән Корнева, бала йәнлелеге менән айырылып тороусы Гөлнара Әбйәлилова һәм Олеся Йәһүҙина... Дүртеһе лә киләсәккә һөнәрен бала саҡта уҡ билдәләп ҡуйған, аҡ халат кейеп кешеләргә шәфҡәт нуры өләшер өсөн республиканың көслө медицина училищеларында төплө белем алған. Район халҡының дүрт күҙ төбәп килгән ышаныслы кешеләре, бар пациенттарҙы ла тигеҙ күрә белгән ысын һөнәрмәндәр, һүнеп барған күҙҙәрҙә, хәлһеҙләнгән йөрәктәрҙә өмөт утын тоҡандырып, йәшәүгә, изгелеккә ышаныстарын арттырыусы хәстәрлекле йәндәр улар. Ә бит уларҙың ғаиләләре, һөйөклөләре, күптәренең мәктәп йәшендәге балалары бар, мәшәҡәтле хеҙмәт юлында яҡындарына ла йөрәк наҙын бүлеп өлгөрә был гүзәл заттар (!).
Түбәндә килтерелгән асыҡ хат, ул госпиталдә яңы йыл байрамдарына тиклем яҙылған, – бындағы эшсәндәрҙең хеҙмәтенә оло баһа. Ә бындай йөкмәткеле хаттар бихисап.
“Бөйөктәрҙән бөйөк, оло хөрмәткә лайыҡлы аҡ халатлы хеҙмәт туташтарым, күҙ нурҙарым. Мин Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылында йәшәүсе пенсионерка Ишарина Зәкиә Ғариф ҡыҙы булам. Хөрмәтле Эльвира Хәмит ҡыҙының һәм уның гүзәл шәфҡәт туташтарының хәстәрлеге ярҙамында аяҡҡа баҫтым. Минең Күгәрсен районымда изге Ислам дине менән тәрбиәләнгән ышаныслы бәндәләрҙең күп булыуына һоҡланам, ғорурланам!”
Эйе, тынғыһыҙ аҡ халатлыларҙың бөтәһенең дә бөгөнгө төп тормош девизы:
- Ҡулдан килгәнсә кешеләрҙе дауаларға, аяҡҡа баҫтырырға тырышырға, һынмаҫҡа, һынатмаҫҡа!
Батыр йөрәкле медицина хеҙмәткәрҙәренә лә, халҡыбыҙға ла мәкерле сир менән көрәшер өсөн көс кәрәк, һынмаҫҡа, бөгөлмәҫкә кәрәк!
Читайте нас