Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан дүрт үлем осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып республикала 238 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала бөтәһе 27 меңгә яҡын сирле асыҡланған. Уларҙың 153-ө – уҙған тәүлектә.
«Әле 255 кеше – стационарҙа, 5,2 меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 22-һе – ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Бынан тыш, тәүлек эсенлә төбәктә 161 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, 98 кеше һауығып сыҡҡан».