Мораҙым
+10 °С
Ясно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Февраля 2021, 09:06

Бөгөн – Халыҡ-ара стоматологтар көнө Ашҡаҙаның ауыртһа, тешеңде дауала

9 февраль календарҙа халыҡ-ара стоматолог көнө булараҡ билдәләнә. Теш табиптарының һөнәри байрамы уңайынан стоматолог Айһылыу Усманованың теш сәләмәтлеге буйынса бер нисә кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ. - Тештәр һау булһын өсөн уны иртәле-кисле таҙалау ғына аҙ. Дөрөҫ туҡланыуға, сәләмәт йәшәү рәүешенә лә иғтибар итергә кәрәк. Тәмәке тартыу, әйләнгән һайын һағыҙ сәйнәү, сәтләүектәрҙе теш менән ярырға тырышыу кире һөҙөмтәләргә килтерә. Тағы ла теште тимер кеүек ҡаты нәмәләр менән таҙаламағыҙ. Бының өсөн махсус ептәр, таяҡсалар һатыла.- Теш щеткаһын 3 айға бер булһа ла алмаштырып торорға кәңәш итә белгестәр. Уны һаҡлау ысулдары ла бар. Таҙалағас, арлы-бирле сайҡатып ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Һирәк-мирәк булһа ла, сода, тоҙ иретмәһе, эҫе һыу менән бешекләп алырға кәрәк.- Ҡайһы берәүҙәр күмер, тоҙ менән дә таҙарта тештәрен. Был ысул менән беҙҙең олатай-өләсәйҙәр ҡулланған. Организмдың, йәғни тештәрҙең торошона ҡарап, табиптар менән кәңәшләшеп ҡулланыу урынлы булыр. Сөнки беҙҙең туҡланыу рационында элекке һымаҡ экологик яҡтан таҙа, тәбиғи ризыҡтар бик юҡ. Консервант ҡушылған зарарлы аҙыҡты ла, тәм-томдо ла күп ашайбыҙ. Улар кешенең тештәренә лә туранан-тура кире йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә эмаль ҡатламы йоҡара һәм күмер менән таҙалап маташҡанда уға тағы ла зыян килтереүебеҙ ихтимал.- Кешенең ауыҙ ҡыуышлығында йөҙәрләгән микроб йәшәй. Улар, боҙоҡ тештәр аша ҡанға инеп, етди ауырыуҙар тыуҙырыуы ихтимал. Тештәр йыш боҙолмаһын өсөн ашағандан һуң сайҡатып торорға кәрәк. Ярты йыл һайын табипҡа күренергә лә онотмағыҙ. Бик күп ауырыуҙарға нәҡ тештәрҙең торошо йоғонто яһай. Мәҫәлән, тештәре серек кеше, ангина менән йыш ауырый. Ангина иһә үҙ сиратында бөйөргә һәм йөрәккә бирә. Шулай уҡ ашҡаҙан сирҙәренә лә килтереүе ихтимал. - Бер генә тешең төшһә лә, аҙыҡты сәйнәү көсө 20 процентҡа тиклем юғала, ашҡаҙанға тейешенсә ваҡланып бөтмәгән ризыҡ эләгә. Сөнки дауалауға ҡарағанда ашалып бөткән теште һурҙырып ташлауҙы өҫтөн күргәндәр аҙыҡты тейешле итеп сәйнәй алмай. Эре-торо килеш йотолған ризыҡ ашҡаҙанда насар эшкәртелә, һөҙөмтәлә аҙыҡ эшкәртеү ағзаларына хәүеф янай. Тимәк, ашҡаҙаның ауыртһа, сәбәбен тештән эҙләргә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
9 февраль календарҙа халыҡ-ара стоматолог көнө булараҡ билдәләнә. Теш табиптарының һөнәри байрамы уңайынан стоматолог Айһылыу Усманованың теш сәләмәтлеге буйынса бер нисә кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.
- Тештәр һау булһын өсөн уны иртәле-кисле таҙалау ғына аҙ. Дөрөҫ туҡланыуға, сәләмәт йәшәү рәүешенә лә иғтибар итергә кәрәк. Тәмәке тартыу, әйләнгән һайын һағыҙ сәйнәү, сәтләүектәрҙе теш менән ярырға тырышыу кире һөҙөмтәләргә килтерә. Тағы ла теште тимер кеүек ҡаты нәмәләр менән таҙаламағыҙ. Бының өсөн махсус ептәр, таяҡсалар һатыла.
- Теш щеткаһын 3 айға бер булһа ла алмаштырып торорға кәңәш итә белгестәр. Уны һаҡлау ысулдары ла бар. Таҙалағас, арлы-бирле сайҡатып ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Һирәк-мирәк булһа ла, сода, тоҙ иретмәһе, эҫе һыу менән бешекләп алырға кәрәк.
- Ҡайһы берәүҙәр күмер, тоҙ менән дә таҙарта тештәрен. Был ысул менән беҙҙең олатай-өләсәйҙәр ҡулланған. Организмдың, йәғни тештәрҙең торошона ҡарап, табиптар менән кәңәшләшеп ҡулланыу урынлы булыр. Сөнки беҙҙең туҡланыу рационында элекке һымаҡ экологик яҡтан таҙа, тәбиғи ризыҡтар бик юҡ. Консервант ҡушылған зарарлы аҙыҡты ла, тәм-томдо ла күп ашайбыҙ. Улар кешенең тештәренә лә туранан-тура кире йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә эмаль ҡатламы йоҡара һәм күмер менән таҙалап маташҡанда уға тағы ла зыян килтереүебеҙ ихтимал.
- Кешенең ауыҙ ҡыуышлығында йөҙәрләгән микроб йәшәй. Улар, боҙоҡ тештәр аша ҡанға инеп, етди ауырыуҙар тыуҙырыуы ихтимал. Тештәр йыш боҙолмаһын өсөн ашағандан һуң сайҡатып торорға кәрәк. Ярты йыл һайын табипҡа күренергә лә онотмағыҙ. Бик күп ауырыуҙарға нәҡ тештәрҙең торошо йоғонто яһай. Мәҫәлән, тештәре серек кеше, ангина менән йыш ауырый. Ангина иһә үҙ сиратында бөйөргә һәм йөрәккә бирә. Шулай уҡ ашҡаҙан сирҙәренә лә килтереүе ихтимал.
- Бер генә тешең төшһә лә, аҙыҡты сәйнәү көсө 20 процентҡа тиклем юғала, ашҡаҙанға тейешенсә ваҡланып бөтмәгән ризыҡ эләгә. Сөнки дауалауға ҡарағанда ашалып бөткән теште һурҙырып ташлауҙы өҫтөн күргәндәр аҙыҡты тейешле итеп сәйнәй алмай. Эре-торо килеш йотолған ризыҡ ашҡаҙанда насар эшкәртелә, һөҙөмтәлә аҙыҡ эшкәртеү ағзаларына хәүеф янай. Тимәк, ашҡаҙаның ауыртһа, сәбәбен тештән эҙләргә кәрәк.
Читайте нас