Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Декабрь 2020, 16:16

Башҡортостан дауаханаларында 48 ковид-сирле – ауыр хәлдә, тағы 10-һы – яһалма елләтеү аппаратында

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 4 декабрҙә яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләү статистикаһын яңыртты. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә Covid-19 йоҡтороуҙың 144 осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 14 833 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.

Әле дауаханала – 575 пациент. Уларҙың 48-е – ауыр хәлдә, 10-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж. Коронавирустан тағы бер үлем осрағы теркәлгән. Хәҙер уларҙың дөйөм һаны – 87.
Республикала дауахананан тыш пневмония менән сирләү статистикаһы тотороҡло: тәүлек эсендә 408 яңы осраҡ асыҡланған, 416-һы дауаланып сыҡҡан.
Шул уҡ ваҡытта ОРВИ менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлә. Уҙған тәүлектә 2470 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Уларҙың 61-е коронавирусҡа шик менән дауаханаға оҙатылған.
Читайте нас: