Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Декабрь 2020, 10:00

Башҡортостанда коронавирустан вафат булғандарҙың рәсми һаны 85-кә етте

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүгә бәйле статистиканы яңыртты. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә мәрхүмдәр һаны икәүгә артҡан, хәҙер улар – 85 кеше. Уларҙың тағы ниндәй сирҙәре булыуы хаҡында әлегә хәбәр ителмәй.

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 14 548 кешелә COVID-19 раҫланған. Тәүлек эсендә – 142 яңы осраҡ. Дауаханала – 549, өй шарттарында 1774 кеше дауалана, 43 сирле – ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
2020 йылдың мартынан Башҡортостанда 12 140 кеше инфекцияны еңгән. Тәүлек эсендә 131 пациент һауығып сыҡҡан.
Республикала дауахананан тыш пневмония менән сирләү статистикаһы тотороҡло: бер тәүлектә – 427 яңы осраҡ, 433 кеше һауыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: