Мораҙым
+27 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Декабрь 2020, 18:04

1 декабрь – Бөтә донъя СПИДҡа ҡаршы көрәш көнө

Маҡсаты — йәмәғәтселектең иғтибарын йәнә бер тапҡыр йоғошло сиргә килтергән ВИЧ-инфекцияһы таралыу проблемаһына йүнәлтеү.Һандар һәм факттар Рәсәйҙә СПИД менән ауырыусылар 2010 йылда 60 меңгә яҡын кеше булһа, үткән йылда улар һаны 80 меңгә еткән. Былтырғы статистика мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең республика Рәсәй буйынса 22-се урында тора, СПИД менән иң күп ауырыусылар Кемерово, Иркутск, Һамар өлкәләрендә теркәлгән. Республикала ВИЧ-инфекция бөтәһе 33 мең кешелә теркәлгән, былтыр 2 меңдән ашыу кеше ошо ауырыуҙы йоҡторған, шуларҙың 60 проценты ир-егеттәр , 40 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. ВИЧ инфекцияның иң юғары күрһәткестәре Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында теркәлгән.

Нимә ул СПИД?
Иң тәүҙә сирҙе “СПИД” (барлыҡҡа килгән иммунодефицит синдромы) тип атайҙар, артабан ул “ВИЧ-инфекция”ға (кешенең иммунодефицит вирусы) үҙгәртелә, ә “СПИД”тип сирҙе һуңғы стадияһында ғына әйтәләр. Был ҡурҡыныс ауырыуҙы ике төрлө онковирус барлыҡҡа килтерә — беренсе һәм икенсе типтағы иммунодефицит вирусы. Организмға инеп, улар иммунитетты һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе үлтерә, иммун системаһын тулыһынса хәлһеҙләндерә.
Һандар һәм факттар Рәсәйҙә СПИД менән ауырыусылар 2010 йылда 60 меңгә яҡын кеше булһа, үткән йылда улар һаны 80 меңгә еткән.
Былтырғы статистика мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең республика Рәсәй буйынса 22-се урында тора, СПИД менән иң күп ауырыусылар Кемерово, Иркутск, Һамар өлкәләрендә теркәлгән.
Республикала ВИЧ-инфекция бөтәһе 33 мең кешелә теркәлгән, былтыр 2 меңдән ашыу кеше ошо ауырыуҙы йоҡторған, шуларҙың 60 проценты ир-егеттәр , 40 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. ВИЧ инфекцияның иң юғары күрһәткестәре Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында теркәлгән.
ВИЧ-инфекция нисек йоға? 1) ҡан аша (парентераль юл) – наркомандар дөйөм шприц менән ҡулланғанда һ.б;
2) енси юл – тәртипһеҙ енси бәйләнешкә ингәндә; 3) вертикаль юл: СПИД менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙан тыуған балаға;
4) күкрәк һөтө аша - бала имеҙгәндә. СПИДты тормош-көнкүрештә – кейем-һалым, һауыт-һаба һәм башҡа дөйөм әйберҙәр менән ҡулланғанда йоҡтороу ҡурҡынысы юҡ.
СПИДты профилактикалау өсөн нимәләр эшләнә?
Медицина тикшереүе, диспансеризация үткәндә СПИДтың булыу-булмауын асыҡлау өсөн мотлаҡ ҡан тапшырырға кәрәк. ВИЧ инфекцияһы йоғоу ихтималлығы булған, икеләнгән граждандар үҙ теләге менән ҡан тапшырып, быны асыҡлай ала, әгәр кәрәкһә, был процедураны аноним рәүештә башҡарырға була.
Райондың белем биреү учреждениеларында юғары класс уҡыусылары өсөн СПИДтың ниндәй ҡурҡыныс сир икәнен аңлатыу маҡсатында төрлө акциялар, әңгәмәләр ойошторола.
Читайте нас: