Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Ноябрь 2020, 14:35

Балаларҙа коронавирустың йыш осраған билдәләре аталды

Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, улар - температура һәм йүтәл. Шулай уҡ сир йоҡторғандарҙың ике процентында, респиратор инфекцияларҙың башҡа билдәләре булмаһа ла, ашҡаҙан менән бәйле проблемалар осрай.Баҡтиһәң, еҫ һиҙмәү бик үк үҙенсәлекле билдә түгел, сөнки бәләкәй балаларҙа уның бармы, юҡмы икәнен аңлауы ҡыйын, ҡайһы берҙә улар үҙҙәре лә быны аңлата алмай.

Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, улар - температура һәм йүтәл. Шулай уҡ сир йоҡторғандарҙың ике процентында, респиратор инфекцияларҙың башҡа билдәләре булмаһа ла, ашҡаҙан менән бәйле проблемалар осрай.

Баҡтиһәң, еҫ һиҙмәү бик үк үҙенсәлекле билдә түгел, сөнки бәләкәй балаларҙа уның бармы, юҡмы икәнен аңлауы ҡыйын, ҡайһы берҙә улар үҙҙәре лә быны аңлата алмай.

Бынан алда Америка ғалимдары COVID-19 менән сирләгән балаларҙа һирәк булһа ла Балалар системалы шешеү синдромы (Кавасаки) барлыҡҡа килеүен белдергәйне. Тән янырға, тимгелдәр сығырға, эс ауыртырға, ҡоҫторорға мөмкин. Шулай уҡ башҡа билдәләрҙең күҙәтелеүе ихтимал: ҡыҙып барыу, һүлпәнлек, эс китеү, конъюнктивит, муйындағы лимфа төйөндәренең ҙурайыуы һәм башҡалар.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм битлек тураһында онотмағыҙ!
Читайте нас: