Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Ноябрь 2020, 11:05

Башҡортостанда 70 йәшлек ир менән 64 йәшлек ҡатын коронавирустың сираттағы ҡорбаны булды

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан 26 ноябрҙә ковидтан вафат булғандар тураһында хәбәр иттеләр. Бәләбәй районында йәшәгән 70 йәшлек ир яңы коронавирус инфекцияһының 77-се ҡорбаны булды. Ул бронхиттан һәм йөрәктең ишемия ауырыуынан яфаланған.

78-се ҡорбан – Өфөнән 64 йәшлек ҡатын. Ул икенсе типтағы шәкәр диабеты менән сирләгән. Шулай уҡ уның башҡа ауырыуҙары ла булған: нейропатия, гипертония, өсөнсө дәрәжәләге һимеҙлек.
Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә тағы бер ковидлы пациент йән биргән. Уның хаҡында мәғлүмәт аныҡлана.
27 ноябргә Башҡортостанда 13 852 коронавирус йоҡтороу осрағы раҫланған (+137). Бөтәһе – 11787, һуңғы тәүлектә 95 сирле һауыҡҡан. 1986 кеше: 455 – стационарҙа, 1531-е амбулатор дауалана. Мәрхүмдәр һаны – 79 кеше.
Бер тәүлектә 413 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән, 420 пациент һауыҡҡан.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас: