Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Ноябрь 2020, 17:26

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөнөң 17-се дауаханаһында COVID-19 таралыуға аңлатма бирҙе

«Өфөнөң 17-се дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы теркәлгән. Ҡайһы бер пациенттар икенсе дауаханаға күсерелгән». Кисә республика киң мәғлүмәт сараларында ошондай хәбәр баҫылып сыҡты. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәлгә асыҡлыҡ индерҙеләр.

«Хирургия бүлексәһе хеҙмәткәрендә ПЦР алымы менән «ковид» раҫланған. Әлеге ваҡытта пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре араһында сир йоҡторғандар юҡ» , — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алёшина.
Ведомство вәкиле һүҙҙәренсә, хирургия бүлексәһе пациенттарына амбулатор шарттарҙа дауаланыу тәғәйенләнгән, ә табиптар изоляцияға ебәрелгән. Әле хирургия бүлексәһендә сикләү саралары уҙғарыла һәм санитар эшкәртеү башҡарыла.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: