Мораҙым
+11 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ноября 2020, 13:00

Башҡортостанда бөгөн ике меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләй

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған диагноздар һаны 13 446-ға етте. Һуңғы тәүлектә 128 осраҡ асыҡланды, тип хәбәр итте республиканың COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған диагноздар һаны 13 446-ға етте. Һуңғы тәүлектә 128 осраҡ асыҡланды, тип хәбәр итте республиканың COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы.
Бөгөн 1852 кеше инфекция йоҡтороусы тип иҫәпләнә. Уларҙың бөтәһе лә дауаханала йәки өйөндә дауалана.
Пандемия башланғандан алып 11 518 кеше сирҙе еңгән, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 92 пациент һауыҡҡан.
Вафат булыу осраҡтары тураһында оператив штаб әлегә хәбәр итмәй.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас