Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Ноябрь 2020, 18:19

Республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 105 яңы осрағы асыҡланды

Республикала тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар даими арта — 100-ләгән кеше. 10 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 105 яңы осрағы асыҡланды.

Республикала тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар даими арта — 100-ләгән кеше. 10 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 105 яңы осрағы асыҡланды.
Инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан һуң республикала 11 758 яңы коронавирус инфекцияһы осрағы иҫәпләнә. Һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны — 10 932 (+92 — һуңғы тәүлектә).
Йәмғеһе 764 кеше: 289 пациент – дауаханала, 475 амбулатор дауалана.
Хәбәр ителеүенсә, тәүлек эсендә лабораторияла раҫланған диагноз менән вафат булғандар һаны берәүгә артҡан һәм хәҙер 62 кеше тәшкил. Тулыраҡ мәғлүмәт һуңғараҡ билдәле була.
Читайте нас: