Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Ноябрь 2020, 17:05

Аҡ халатлының аҡ теләге

Юлдыбай ауылына килен булып төшкәс тә, бирелә фельдшер хеҙмәтен башҡарған Гөлшат Алламоратова хаҡында күрше йәнле, ярҙамсыл тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. ФАП тигәндәре ауыл мәктәбе бинаһында бер уңайлығы булмаған һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмә ине. Шуға ҡарамаҫтан, бер аһ-зарҙы белмәйсә иңдәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы дәрт менән атҡарып, урындағы халыҡҡа шәфҡәт нурын өләште ул. Алтын көҙ башында ауылдың үҙәгендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлгән, заман талаптарына яуап биреүсе яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғас, ошо төбәктә 25 йыл ғүмерен фельдшер һөнәренә бағышлаусы Гөлшат Яхъя ҡыҙы һәм Юлдыбай ауылы халҡы ҡыуанысының сиге булманы.

Юлдыбай ауылына килен булып төшкәс тә, бирелә фельдшер хеҙмәтен башҡарған Гөлшат Алламоратова хаҡында күрше йәнле, ярҙамсыл тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. ФАП тигәндәре ауыл мәктәбе бинаһында бер уңайлығы булмаған һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмә ине. Шуға ҡарамаҫтан, бер аһ-зарҙы белмәйсә иңдәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы дәрт менән атҡарып, урындағы халыҡҡа шәфҡәт нурын өләште ул.
Алтын көҙ башында ауылдың үҙәгендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлгән, заман талаптарына яуап биреүсе яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғас, ошо төбәктә 25 йыл ғүмерен фельдшер һөнәренә бағышлаусы Гөлшат Яхъя ҡыҙы һәм Юлдыбай ауылы халҡы ҡыуанысының сиге булманы.
- Эш урыны хәҙер йылы, яҡты. Медицина ҡорамалдары ла өр-яңы. Бөтә уңайлыҡтары булған ФАП-та кешеләрҙе ҡабул итеүе лә күңеллерәк, медицина ярҙамы артынан килеүселәр, дауаланыу курстары үтергә теләк белдереүселәр һаны ла бермә-бер артты. Тик ошо заман сире генә ауылдаштарҙы, яҡындарҙы урап үтһен инде, - ти хәстәрлекле, тәжрибәле фельдшер.
Был тынғыһыҙ осорҙа медицина белгестәре иңдәренә тауҙай эштәр, яңы бурыстар, өҫтәмә яуаплылыҡ йөкмәтелде шул. Урындарҙа Гөлшат Яхъя ҡыҙы кеүек халыҡтың уң ҡулына, ярҙамсы, кәңәшсеһенә әүерелгән намыҫлы хеҙмәткәрҙәр барлығы күңелде тынысландыра, киләсәккә өмөт уята.
Читайте нас: