Коронавирусҡа бәйле хәл-торош йәй көндәре бер аҙ тотороҡланып торһа, әлеге мәлдә илдә, шул иҫәптән беҙҙең республикала һәм районда йәнә киҫкенләшеп китте. Билдәле булыуынса, хәлдәр бер ҙә ҡыуанырлыҡ түгел, вирус менән ауырыусылар көн дә артып тора, яман сир республика һәм район буйлап таралыуын дауам итә.
Кисә, 3 ноябрҙә, район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте.Унда районда был тәңгәлдәге хәл-торош, дауахананың ниндәй режимда эшләүе, граждандарҙы иҫкәртеү, сауҙа нөктәләре һәм башҡа ойошмаларҙа санитар-эпидемологик талаптарҙы күҙәтеү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Иң тәүҙә һүҙҙе Ҡуланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары буйынса териториаль бүлеге начальнигы Татьяна Пахомова алды. Уның сығышынан шулар мәғлүм булды: 3 ноябргә беҙҙең районда 98 кешелә Сovid-19 раҫланған, был республиканың уртаса күрһәткесенән юғары. Сентябрҙән алып территориаль бүлек тарафынан карантин сараларын индереү тураһында 16 ҡарар сығарылған, уның 12-һенән улар алынған, ә 4-һендә әле һаман карантин дауам итә.
Татьяна Григорьевна көн һайын битлек режимын, социаль дистанцияны тотоу, ҡулдарҙы эшкәртеү, шулай уҡ йәмәғәт урындарында, дауаханаларҙа, сауҙа нөктәләрендә һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙы контролләү бик мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Көн ҡаҙағына сығарылған киләһе һорау буйынса Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин сығыш яһаны. Наил Рафаил улы райондағы ситуацияны иҫәпкә алып, дауаханала эш режимына үҙгәреш индерелеүе тураһында һөйләп үтте: киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре булған пациенттарҙы ҡабул итеү өйҙә башҡарыла. Шул сәбәпле, Мораҡ өсөн махсус бригадалар төҙөлгән, ә башҡа ауылдарҙа ул эш урындағы фельдшерҙарға йөкмәтелгән. Пациенттың хәле ауыр булған осраҡта, табип саҡырыла йәки ул дауаханаға оҙатыла.
Шулай уҡ анализдар алыу өсөн 7 бригада төҙөлгән, уның 3-әүһе Мораҡта, 4-әүһе район буйлап йөрөй. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы нигеҙендә провизор госпитале эшләй, унда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы йәки пневмония менән ауырығандар дауалана, әгәр пациентта коронавирус раҫланһа, ул Күмертау ковид госпиталенә күсерелә.
Халыҡ араһында вирус инфекцияһын таратыу хәүефен кәметеү маҡсатында киҙеү йәки һыуыҡ тейҙереү билдәләре булғандарға (тән температураһы күтәрелгәндә, йүтәл һ.б.) өйҙә ҡалырға, 8(34789) 2-06-85, 8(34789) 2-12-87 телефондары буйынса медицина учреждениеһына шылтыратырға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең килеүен көтөргә тәҡдим ителде.
Ярҙамға мохтаждар, өлкәндәр, сирләүселәр аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йәки башҡа йомош менән ирекмәндәргә – 8-927-954-2636 телефоны буйынса заявка ҡалдырға була.
Бар донъяны баҫып алған был сиргә лә сик ҡуйылыр, әлеге мәлдәге уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса. Барыһы ла үтер, тормошобоҙ ҙа, донъя ла әүәлге хәленә ҡайтыр, әлбиттә. Әммә сирҙең тиҙерәк бөтөүе, халыҡ араһында күпләп таралмауы беҙҙең үҙебеҙҙән дә тора. Үҙебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың, башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн барлыҡ һаҡланыу сараларын күрәйек!