Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Ноябрь 2020, 13:53

Өфө аэропортында коронавирусҡа тест тапшырыу өсөн икенсе пункт асылды

Өфө аэропортында яңы коронавирус инфекцияһына тест уҙғарыу өсөн икенсе пункт асылды. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.Аэропорттың икенсе терминалында асылған коронавирусҡа тест тапшырыу пункты халыҡ-ара рейстар менән ҡайтҡан пассажирҙарға иҫәпләнгән. Ул сит илдән килгән рейстарҙың графигына ярашлы асыла.

Өфө аэропортында яңы коронавирус инфекцияһына тест уҙғарыу өсөн икенсе пункт асылды. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Аэропорттың икенсе терминалында асылған коронавирусҡа тест тапшырыу пункты халыҡ-ара рейстар менән ҡайтҡан пассажирҙарға иҫәпләнгән. Ул сит илдән килгән рейстарҙың графигына ярашлы асыла.
Тәүге тест уҙғарыу пункты ла эшләүен дауам итә. Ул беренсе терминалда киске сәғәт 8-ҙән иртәнге 8-гә тиклем асыҡ.
ПЦР алымы менән алынған анализ һөҙөмтәләре 48 сәғәт эсендә әҙер була. Тест буйынса тикшереүҙе Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге үткәрә. Һөҙөмтәләрҙе ике тәүлектән һуң алырға мөмкин.
Алдан хәбәр ителгәнсә, сит илдән ҡайтҡан граждандар өс көн дауамында ПЦР алымы менән коронавирусҡа тест тапшырырға, шунан һуң Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеп, уның һөҙөмтәләрен хәбәр итергә тейеш.
Фото: rb7.ru
Читайте нас: