Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Ноябрь 2020, 17:34

Республикала өсөнсө тәүлек рәттән коронавирустан үлем осрағы теркәлә

Башҡортостанда өсөнсө тәүлек рәттән яңы коронавирус инфекцияһынан үлем осрағы теркәлә. «Стопкоронавирус.рф» оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы тәүлектә тағы бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай итеп, COVID-19 пандемияһы башланғандан алып Башҡортостанда 56 кеше вафат булған.

Һуңғы тәүлектә ауырыу йоҡтороуҙың 95 осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 11 меңдән ашыу (11051). Хәҙерге ваҡытта 902 пациент яңы коронавирус инфекцияһынан дауалана. Уларҙың күпселеге – өйөндә.
Читайте нас: