Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Октябрь 2020, 16:33

Нишләп дарыуханаларҙа градусник һәм дарыуҙар юҡ?

Халыҡ терегөмөшлө градусниктарҙың, вирусҡа, ковидҡа ҡаршы препараттарҙың булмауына зарлана. Был һорауҙарға “Башфармация”ның генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина яуап бирҙе.

Республика халҡы социаль селтәрҙә терегөмөшлө градусниктарҙың, вирусҡа һәм ковидҡа ҡаршы препараттарҙың булмауына зарланып яҙған. “Башфармация”ның генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә ошо һорауҙарға яуап биргән.
Тәүҙә дарыуҙар тураһында. Әлфиә Рәхмәтуллинаның әйтеүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттар, антибиотиктар, витаминдар дәүләт дарыуханаларында етерлек. “Ваҡыты-ваҡыты менән, ҙур ихтыяжға бәйле, халыҡтың дарыуҙарҙы күпләп запасҡа алыуын күҙәтәбеҙ, мәҫәлән, шул уҡ арбидолды. Әлбиттә, бөтәһен дә күҙ уңында тотабыҙ. Ҙур контракттар төҙөгәнбеҙ, дарыуҙар килтерелеү менән дарыуханалар буйлап таратабыҙ. Тейешле ассортиментты булдырырға тырышабыҙ, - тине ул. - Тик дарыуҙарҙы маркировкалау менән проблема бар: препараттарҙың хәрәкәт мониторингының Рәсәй мәғлүмәт системаһында өҙөклөктәр тыуыуы һөҙөмтәһендә, ил буйынса дарыуҙар һатыу туҡталған осраҡтар булғылай. Мәҫәлән, кисә “Честный Знак” эшләмәүе сәбәпле, бөгөн кәрәкле дарыуҙарҙы ала алманыҡ. Был бөтә препараттарға ла ҡағыла. Йә маркировка аныҡ түгел, йә кодты ҡул менән индерергә тура килә. Былар эш барышын тотҡарлай”.
“Коронавир” препаратын һатыу әлегә туҡтатылған. 12-15 мең һум торған дарыуҙың хаҡы түбәнәйтелеүе сәбәпле, уны яңынан теркәйәсәктәр. Яҡын арала мәсьәлә хәл ителәсәк.
Икенсе проблема – градусниктар юҡлығы. Етәксенең әйтеүенсә, электрон термометрҙар дарыуханаларҙа етерлек кимәлдә. Терегөмөшлө градусниктар оҙаҡламай бөтөнләй булмаясаҡ, сөнки халыҡ-ара конвенция уны етештереүҙе тыйған. Әлеге ваҡытта ҡалдыҡ тауарҙар ғына һатыла.
Битлек, бирсәткә, антисептиктар етерлек кимәлдә, бер ниндәй сикләүҙәр ҙә юҡ, ти Әлфиә Рәхмәтуллина. Ведомство әйтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көсөргәнешле эшләй, төрлө саралар ҡабул итә, өҙөклөктәр булмаясаҡ, тип вәғәҙә итә “Башфармация” етәксеһе.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас: