Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Октябрь 2020, 14:30

Сәләмәт төбәк-сәләмәт республика

“Сәләмәтлек үҙәге” фельдшеры Лариса Туҡаева:- Бына нисәмә тапҡыр йөрөйбөҙ республика буйлап, эшләп йөрөгәндәр бик килмәй ( бәлки, ваҡыт булмауҙалыр сәбәп), ғәҙәттә, пенсия йәшендәгеләр тикшерелергә ярата һәм шундай бер тенденция күҙәтелә: 30-40-сы йылдарҙа тыуғандарҙың сәләмәтлеге урта йәштәрҙекенә ҡарағанда бик күпкә юғары, бик күпкә яҡшы. Бына кисә генә бер ир-уҙаман 93 йәшлек әсәһен алып килде, инәй инде зауыҡлы, таҙа итеп кейенгән, бергәләп тикшереү үтәләр (беҙҙә, мосолмандарҙа, был бик матур күренеш ул – атай-әсәйҙәргә, ололарға иғтибар ҙа, ихтирам да). Әсәһенең улына ҡарағанда һаулығы - бынамын тигән. Улар – милләттең алтын бағанаһы. Беҙ уларға ҡарап үрнәк алырға, уларҙың йәшәү рәүештәрен һеңдерергә тейешбеҙҙер. Иң мөһиме – йөҙгә етеп барһалар ҙа һау аҡыллы, ғәҙәттә оло йәштәгеләр сире тип һаналған ауырыуҙар юҡ уларҙа. Йылдан-йыл, быуындан –быуын халыҡ сәләмәтлеге ҡаҡшай, сирҙәр “йәшәрә”. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, һуғышты ла күргән быуынды, әйтерһең дә, Хоҙай үҙе сыныҡтырған. Туйғанса ашай алмау, ашаған хәлдә лә тик тәбиғи, миҙгелле ризыҡтар – шул уҡ үлән, ҡурмас, талҡан, һөт ризыҡтары, еләк-емеш менән туҡланыу сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты нығыта. Беҙгә йылытма (теплица) шарттары кәрәкмәй. Кеше организмы ашау өсөн түгел, йәшәү өсөн яраҡлаштырылған булырға тейеш. 50-се йылдарҙа тыуғандарҙың сәләмәтлеге әле нисауа, ә бына 60, 70, 80-селәрҙең һаулығы бик ныҡ түбән. Был, беренсенән, экология менән дә бәйле. Ярай, ауыл ерендә аҙыҡ-түлек әле ярайһы уҡ таҙа, сифатлы. Ҡала ерендәгеләргә был тәңгәлдә еңел түгел. Кешенең үҙ ҡулдары менән тыуҙырылған шарттар “ярҙамы” менән организм көсһөҙләндерелгән. Әлбиттә, кешенең ниндәй йәшәү рәүешен алып барыуы, ниндәй тәбиғәт шарттарында йәшәүе уның сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: бер ауылда, мәҫәлән, бер типтағы сирҙәр осраһа, икенсеһендә - икенсе төркөм ауырыуҙар. Эскән һыу ҙа, һулаған һауа ла, ашаған ризыҡтар ҙа, хатта һине уратып алған мөхит – социум да ыңғай йә кире тәьҫир итә,

Һаулыҡ һаҡлау –республикала төп иғтибар үҙәгендә булған мөһим тармаҡтарҙың береһе. Кешенең сәләмәтлеге тәү сиратта уның үҙенән, йәшәү рәүешенән торһа ла, көтмәгәндә-уйламағанда барлыҡҡа килгән сир-сырхауҙарҙы ваҡытында асыҡлау – белгестәрҙән тора. Йәшерен-батырыны юҡ, ауыл кешеһендә үҙ һаулығын ҡайғыртыу мәҙәниәте әҙерәк түбәнерәк, хатта ауырып китһәк тә, дауахана юлына баҫырға атлығып тормайбыҙ. Ҙур сират, кәрәкле табипҡа ваҡытында эләгә алмау өмөтһөҙлөккә үк һалмаһа ла, биҙҙереп кенә тора. Унан тыш, бөтәһенең дә район үҙәге юлын тапап, һаулығын тикшертеп торорға мөмкинлеге юҡ. Ярай, һуңғы йылдарҙа мотлаҡ медицина тикшереүҙәре, диспансеризация үткәреү яйға һалынды.
“Сәләмәт төбәк – сәләмәт республика” һаулыҡ һаҡлау акцияһы сиктәрендә ойошторолған күсмә табип бригадаһы ҡабул итеүҙәре лә халыҡ һаулығын тикшереүгә, теге йәки был сирҙе асыҡлауға йүнәлтелде. 19-20 октябрҙә улар тәүҙә Хоҙайбирҙин ауылында халыҡты ҡараны, 21-22-һендә Йомағужала булды. Табиптар менән беҙ нәҡ шунда һөйләштек.
“Сәләмәтлек үҙәге” фельдшеры Лариса Туҡаева, халыҡ сәләмәтлеге һәр төбәктә төрлөсә булыуын билдәләй.
- Бына нисәмә тапҡыр йөрөйбөҙ республика буйлап, эшләп йөрөгәндәр бик килмәй ( бәлки, ваҡыт булмауҙалыр сәбәп), ғәҙәттә, пенсия йәшендәгеләр тикшерелергә ярата һәм шундай бер тенденция күҙәтелә: 30-40-сы йылдарҙа тыуғандарҙың һаулыҡ күрһәткесе урта йәштәрҙекенә ҡарағанда бик күпкә юғары, бик күпкә яҡшы.
Бына кисә генә бер ир-уҙаман 93 йәшлек әсәһен алып килде, инәй инде зауыҡлы, таҙа итеп кейенгән, бергәләп тикшереү үтәләр (беҙҙә, мосолмандарҙа, был бик матур күренеш ул – атай-әсәйҙәргә, ололарға иғтибар ҙа, ихтирам да). Әсәһенең улына ҡарағанда һаулығы - бынамын тигән. Улар – милләттең алтын бағанаһы. Беҙ уларға ҡарап үрнәк алырға, уларҙың йәшәү рәүештәрен һеңдерергә тейешбеҙҙер. Иң мөһиме – йөҙгә етеп барһалар ҙа һау аҡыллы, ғәҙәттә оло йәштәгеләр сире тип һаналған ауырыуҙар юҡ уларҙа.
Йылдан-йыл, быуындан –быуын халыҡ сәләмәтлеге ҡаҡшай, сирҙәр “йәшәрә”. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, һуғышты ла күргән быуынды, әйтерһең дә, Хоҙай үҙе сыныҡтырған. Туйғанса ашай алмау, ашаған хәлдә лә тик тәбиғи, миҙгелле ризыҡтар – шул уҡ үлән, ҡурмас, талҡан, һөт ризыҡтары, еләк-емеш менән туҡланыу сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты нығыта. Беҙгә йылытма (теплица) шарттары кәрәкмәй. Кеше организмы ашау өсөн түгел, йәшәү өсөн яраҡлаштырылған булырға тейеш.
50-се йылдарҙа тыуғандарҙың сәләмәтлеге әле нисауа, ә бына 60, 70, 80-селәрҙең һаулығы бик ныҡ түбән. Был, беренсенән, экология менән дә бәйле. Ярай, ауыл ерендә аҙыҡ-түлек әле ярайһы уҡ таҙа, сифатлы. Ҡала ерендәгеләргә был тәңгәлдә еңел түгел. Кешенең үҙ ҡулдары менән тыуҙырылған шарттар “ярҙамы” менән организм көсһөҙләндерелгән. Әлбиттә, кешенең ниндәй йәшәү рәүешен алып барыуы, ниндәй тәбиғәт шарттарында йәшәүе уның сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: бер ауылда, мәҫәлән, бер типтағы сирҙәр осраһа, икенсеһендә - икенсе төркөм ауырыуҙар. Эскән һыу ҙа, һулаған һауа ла, ашаған ризыҡтар ҙа, хатта һине уратып алған мөхит – социум да ыңғай йә кире тәьҫир итә, - ти белгес.
Читайте нас: