Мораҙым
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Октябрь 2020, 18:17

Республиканың ҡайһы ҡала-райондарында COVID-19 менән йышыраҡ ауырыйҙар

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика ҡалаларында һәм райондарында сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

21 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, ауырығандарҙың күбеһе – Өфөлә (4 144 кеше).
Баш ҡаланан һуң Нефтекама (515) һәм Туймазы районы (513) килә.
Шартлы өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ (420) һәм Бәләбәй районы (410) биләй.
Салауат уларҙан бер аҙ ҡалыша – пандемия башланғандан алып 373 осраҡ.
Ә Межгорье ҡалаһында һәм Йылайыр районында коронавирус менән сирләгәндәр аҙ – һәр муниципалитетҡа 3-әр кеше тура килә.
Ҡыйғы районында улар икеләтә күберәк, Балаҡатай һәм Дыуан райондарында – 9 һәм 10 сирле.
Читайте нас: