Кисә район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штабтың сираттағы кәңәшмәһе үтте.
Хәл-тороштоң киҫкенләшеп китеүен иҫәпкә алып, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар тарафынан санитар-эпидемиологик талаптарҙы, битлек режимын тотоуҙы контролләү эше көсәйтеләсәк. Аҙыҡ-түлек һатыу менән шөғөлләнгән сауҙа нөктәләренә айырым иғтибар биреләсәк.
Шулай уҡ халыҡ күп йыйылған урындарға сикләү индерергә, 19 октябрҙән Мораҡтағы, Йомағужалағы баҙар, урам сауҙалары эшен туҡтатып, йәрминкәләрҙе үткәрмәй торорға ҡарар ителде.
Халыҡ араһында вирус инфекцияһын таратыу хәүефен кәметеү маҡсатында киҙеү йәки һыуыҡ тейҙереү билдәләре булғандарға (тән температураһы күтәрелгәндә, йүтәл һ.б.) өйҙә ҡалырға, 8(34789) 2-06-85
телефоны буйынса медицина учреждениеһына шылтыратырға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең килеүен көтөргә тәҡдим ителде.
Шулай уҡ вирус инфекцияһы билдәләре булғандарға контактка ингәндәр (ғаилә ағзалары) менән бергә үҙаллы изоляцияға китергә һәм анализдар әҙер булғансы халыҡ араһына сығып йөрөмәҫкә ҡушылды.
Учреждение, ойошма һәм предприятиеларҙа мотлаҡ рәүештә онлайн уҡыу үткән медицина инспекторҙары эшен ойошторорға кәрәк.
Ысынлап та, был мәкерле сир менән ауырығандарҙың артып тороуын күрәбеҙ, ишетәбеҙ, беләбеҙ... Әллә вирустың тап беҙҙе урап үтеренә ышанабыҙ, әммә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәйбеҙ, шуның менән үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, ата-әсәйҙәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуябыҙ. Ә ғүмер бит бер генә... Һаҡланайыҡ!