Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, Кардиология милли медицина тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Сергей Бойцовтың ошо хаҡтағы кәңәштәре ауырыуҙар ғына түгел, ә һау-сәләмәт кешеләр өсөн дә әһәмиәтле.
Гипертонияға дусар ауырыуҙарға ҡаты сирҙән һуң нисек тиҙерәк аяҡҡа баҫырға? Уларға йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка яһау мотлаҡмы?
– Сергей Анатольевич, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар пациенттарҙың яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың юғары хәүеф төркөмөндә тороуы тураһында күп һөйләйҙәр. Бындай пациенттарҙа сир нисек үтә?
– Мин йоҡтороу хәүефе ҙур булған төркөм тураһында әйтеүҙән бигерәк, сирҙең ауыр үткән хәүеф төркөмөнә инеүен һәм насар тамамланыу ихтималлығын билдәләргә теләйем. Шулай дөрөҫөрәк булыр. Коронавирус инфекцияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәү өсөн мөһим ағзаларҙы һәм системаларҙы зарарлай. Тәү сиратта үпкәгә зыян килә. Ниндәйҙер дәрәжәлә был йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ла ҡағыла. Әгәр ҙә кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булһа, уның йөрәгенән һәм ҡан тамырҙарынан тыш, бәләкәй ҡан әйләнеше һәм үпкәһе зыян күрә. Шунлыҡтан коронавирус инфекцияһының ағышы, пневмонияның барышы, айырыуса респиратор дистресс-синдром менән ҡатмарланғанда һауығыу мөмкинлеген һиҙелерлек кәметә. Ошо хәл менән бәйле, бигерәк тә 60 –65 йәштән өлкәндәр (был иҫәптән инфаркт, инсульт үткәргән йәштәрҙе лә сығарырға ярамай) һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә тейеш.
– Гипертонияға дусар кешеләрҙең коронавирусты айырыуса ауыр үткәреүе тураһында мәғлүмәт бармы?
– Эйе, бындай мәғлүмәт бар. Был мәсьәләгә арналған аныҡ тикшеренеүҙәр ҙә үткәрелгән, сөнки гипертония бик күптәрҙә осрай. Өлкәндәрҙең 40 проценты ошо сирҙән яфалана. Был һиҙелерлек дәрәжәлә кешенең олоғая барыуы менән бәйле. 80 йәшлектәрҙең 90 процентында гипертония асыҡланған. Тәбиғи, кеше ни тиклем өлкәнерәк, коронавирус инфекцияһы ла шунса ауырыраҡ үтә. Гипертония бер үк ваҡытта йәшкә бәйле булмаған, сир ағышын ҡатмарландырған күренеш булараҡ та сығыш яһай. Вирус организмға үпкә күҙәнәктәре, гипертония үҫешендә ҡатнашҡан рецепторҙар аша үтеп инә. Ғәмәлдә был процестар бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Тәү ҡарашҡа быны күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел, тик ысынбарлыҡта сир үҫешенең бөтә патоген механизмын бер епкә теҙеп, коронавирус инфекцияһына юлыҡҡанда гипертонияның төп ролен билдәләүе ауыр. Әлбиттә, уның кире тәьҫире асыҡланған.
– Йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялары булған кешеләр, Covid-19 инфекцияһын кисергәндән һуң, айырым рәүештә күҙәтелергә тейешме?
– Айырым күҙәтеү кәрәк, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, бында сәләмәтлек торошона айырыуса иғтибарлыраҡ булыу, табиптарға йышыраҡ күренеү тураһында һүҙ бара. Беренсенән, беҙ сәләмәтлекте тергеҙеү осороноң бөтә үҙенсәлектәрен, энәһенән-ебенәсә тигәндәй, яҡшылап белмәйбеҙ. Айырыуса был ҡатмарлы пневмония үткәргән, үпкә туҡымаһы 50 процентҡа тиклем зарарланған ауырыуҙарға ҡағыла. Был пациенттар лаборатория күрһәткестәре нормалләшкәндән, вирус бүленеүҙән туҡтағандан, төп функциялар тергеҙелгәндән һуң стационарҙан сығарылған. Әммә үпкәнең тергеҙелеү, һауығыу процесы тамамланмаған әле. Был оҙайлы процестың ағышы тураһында мәғлүмәт туплай башланыҡ ҡына бит. Әгәр ҙә кешелә йөрәк патологияһы күҙәтелһә, ул үпкә сире менән киҫкенләшеп, ғүмер өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Бындай пациенттар айырыуса иғтибарға мохтаж.
– Коронавирустан дауаланған пациенттарҙың күпмеһенә оҙайлы реабилитация талап ителә?
– Аныҡ һандар килтерә алмайым. Үпкә туҡымаһы 50 проценттан да күберәк зарарланған (айырыуса 75 проценттан да артҡанда), йәғни компьютер томографияһы мәғлүмәттәре буйынса үпкәнең зарарланыуы дүртенсе дәрәжәгә эйә булған бөтә пациенттарға ла оҙайлы реабилитация кәрәк. Был пациенттар оҙаҡ һауыға. Беҙҙә үпкәһе 90 процентҡа тиклем зарарланған, ҡанындағы кислород кимәле ҡырҡа кәмегән ауырыуҙар ҙа булды. Шуға ҡарамаҫтан, улар һауығып сыҡты.
– Йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә дусар кешеләргә коронавирустан вакцина яһау кәрәкме?
– Минең уйымса, һис шикһеҙ, вакцина яһатыу мөһим. Был коронавирусҡа ҡаршы прививкаға ғына түгел, ә киҙеү һәм пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинацияға ла ҡағыла.