Башҡортостанда 139 уҡыусы коронавирус менән сирләй. Ләкин мәктәптәр дистанциялы уҡытыуға күсмәй
Республикала 490 мең бала уҡый, уларҙың 139-ы ковид менән ауырый. Мәғариф министры был һанды ҡурҡыныс түгел тип атаны һәм балаларҙы өйҙән уҡыуға күсермәүҙәрен белдерҙе.
— ОРВИ буйынса хәл ҡатмарлыраҡ, 4 меңдән ашыу бала ошо диагноз менән карантинда ултыра. Уҙған аҙнала биш мең ине. Балалар һауыға, прививка яһау кампанияһы әүҙем бара. Хәл контролдә тотола, - тип билдәләне Айбулат Хажин.