Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 35-кә артҡан. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала 8 452 пациентта COVID-19 раҫланған, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин, тип хәбәр итә "Башинформ". «Хәҙер 33 кеше стационарҙа дауалана, шул иҫәптән берәүһе – ауыр хәлдә. Ул башҡаларҙан айырым урынлаштырылған, сөнки унда туберкулез асыҡланған, — тип белдерҙе Максим Забелин Башҡортостан башлығына. – Бөгөн 495 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана, бәйләнештә булған 220 кеше өйҙә ултыра».
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, һуңғы аҙнала — 224, бөтәһе 7 890 кеше коронавирус инфекцияһынан һауығып сыҡҡан.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ПЦР алымы менән тест үткәрә башлағандан алып республикала 920 кеше тикшерелгән.
Башҡортостанда грипп буйынса вакцинация штат режимында уҙғарыла. 412 мең кеше прививка яһатҡан – препараттың беренсе партияһынан 81% һатылған. Октябрҙә киләһе партия көтөлә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 18 сентябрҙә Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы килтерелде. Тәү сиратта уны табиптарға яһайҙар.