Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Сентябрь 2020, 11:20

Башҡортостанда 49 һәм 66 йәшлек ике ҡатын-ҡыҙ коронавирустан вафат булған

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан бер юлы ике үлем осрағы тураһында хәбәр итте. Уларҙың береһе - 49 йәшлек ханым Өфөнән, 66 йәшлек ҡатын - Стәрлетамаҡтан.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан бер юлы ике үлем осрағы тураһында хәбәр итте. Уларҙың береһе - 49 йәшлек ханым Өфөнән, 66 йәшлек ҡатын - Стәрлетамаҡтан.

Тәүгеһенең, ковидтан башҡа, ике бөйөрөндә лә киста, хроник индуратив панкреатит булған. Икенсеһе шәкәр диабетынан, һимереүҙән һәм йөрәк сиренән яфаланған.

Шулай итеп, республикала хәҙер коронавирустан вафат булғандар һаны 34 кеше тәшкил итә. Пандемия башланғандан алып 8384 кеше сирләгән, 7871-е һауыҡҡан.

Кисә тотош Рәсәйҙә ике айҙа ауырыуҙарҙың рекордлы артыуы теркәлгән - 6065 яңы осраҡ. Был кәмендә 20 июлдән. Рәсәйҙә асыҡланған осраҡтарҙың дөйөм һаны 1 097 251-гә еткән. Донъяла 30,5 миллиондан ашыу кеше сирләгән.
Читайте нас: