Мораҙым
+15 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Сентября 2020, 13:40

Сир сигенмәй бит әле

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға яңынан-яңы үҙгәрештәр индерелеп торолһа ла, бөтөнләй тынысланырға иртәрәк әле. Һуңғы айҙарҙа республика буйынса тәүлегенә яҡынса 30-40 кешелә был сир йоҡтороу осраҡтары асыҡлана. Шулай итеп, апрелдән сирҙе йоҡтороусылар һаны 8 меңде үтеп китте . Вафат булғандар – 32. Һуңғы айҙарҙа дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар ҙа күп. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә республикала дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр тәүлегенә 70-80 кешегә артып тора. Уҙған дүшәмбе район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штабтың сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе.

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға яңынан-яңы үҙгәрештәр индерелеп торолһа ла, бөтөнләй тынысланырға иртәрәк әле.
Һуңғы айҙарҙа республика буйынса тәүлегенә яҡынса 30-40 кешелә был сир йоҡтороу осраҡтары асыҡлана. Шулай итеп, апрелдән сирҙе йоҡтороусылар һаны 8 меңде үтеп китте . Вафат булғандар – 32.
Һуңғы айҙарҙа дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар ҙа күп. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә республикала дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр тәүлегенә 70-80 кешегә артып тора.
Уҙған дүшәмбе район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штабтың сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе.
Тәүге һүҙҙе Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин алды, районда был тәңгәлдәге хәл-торош менән таныштырып үтте. Апрелдән районда бөтәһе 118 кешелә коронавирус инфекцияһы теркәлгән, уҙған аҙнала артыу темпы 17 процентҡа еткән.
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы етәксеһе миҙгел менән бәйле ошо араларҙа киҙеү менән сирләүселәр һаны артасағын билдәләне. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһынан һаҡланыуҙың төп ысулы – прививка икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, әлеге мәлдә районға 5 мең вакцина алыныуы, әлеге мәлдә 1385 кешегә прививкалар эшләнеүе тураһында һөйләп үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре быйыл халыҡтың 60 процентына прививка яһарға күҙалллай.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хөснуллина һүҙҙәре буйынса районда бөтәһе 103 мәҙәниәт учреждениеһы бар, уларҙа 171 кеше эшләй. Район мәҙәниәт һарайы, үҙәкләштерелгән китапхана, музыка мәктәптәрендә бөтә иҫкәртеү һәм һаҡланыу саралары: термометр, антисептиктар һәм башҡалар ҡулланыла. Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә 210, Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбендә 204 бала шөғөлләнә. Уларҙа дәрестәр теҙмәһе Роспотребнадзор тәҡдим иткән талаптар буйынса буйынса эшләнгән. Мораҡтағы кинозал 1 сентябрҙән асылһа, 15 сентябрҙән театр, музейҙар, түңәрәктәр, йәштәр клубтары эш башлаясаҡ, төрлө саралар үткәрергә мөмкин буласаҡ. Әммә санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи күҙәтеү - төп шарт.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контрольдә тотоу буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Михаил Чижков сауҙа нөктәләрен тикшереү дауам итәсәген белдерҙе һәм магазин, кафе хужалары һәм баҙар өсөн яуаплыларға һатыусыларҙан, һатып алыусыларҙан мотлаҡ рәүештә битлектә йөрөүҙе, социаль дистанцияны тотоуҙы талап итергә кәңәш итте.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, ойошма, учреждение һәм предприятиелар етәкселәренә ингән ерҙә мотлаҡ рәүештә рәүештә пропуск режимын ойошторорға һәм уны үтәүҙе контролдә тоторға, юғары тән температураһы һәм башҡа симптомдары булған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатып, өйҙәренә ҡайтарып ебәрергә тәҡдим итте. Киҙеү симптомдары булғандарға табип килгәнсе, анализдар әҙер булғансы өйҙә ҡалырға, халыҡ араһына сығып йөрөмәҫкә кәңәш ителде.
Ысынлап та, һуңғы арала иркен тын алып, битлек һәм бирсәткәне онотоп киттек. Ә вирус бит бөтмәгән... Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барһаң, сирләүселәрҙең көн һайын өҫтәлеп тороуын күрәбеҙ. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа йөрөргә лә түгел. Үҙебеҙҙең таныштар, дуҫтар, туғандар араһында ла коронавирус менән ауырығандар бар. Вирус менән көрәшкәндәрҙән сирҙең башҡа киҙеүҙәрҙән айырмалы бик мәкерле һәм хәүефле икәнен дә ишетеп торабыҙ. Шуға, дуҫтар, һаҡланайыҡ!
Фото: volgogear.ru
Читайте нас