Юлдыбай ауылы халҡы өсөн 11 сентябрь иң иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы көндәрҙең береһе булып ҡалыр. Сөнки тап ошо көндә ауыл халҡына ҙур бүләк булып өр-яңы, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.
Төҙөлөштө “Барусс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
Юлдыбайҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, Күмертау ҡала дауаханаһы баш табибы Олег Астахов һәм Мораҡ үҙәк район дауаханаһы һәм райондың башҡа ойошмалары, учреждениелары етәкселәре, ауыл биләмәһе башлығы һәм башҡалар килде.
Иң беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығы алды. Ғайса Ғилметдин улы ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға менән тәбрикләп, яңы һаулыҡ һаҡлау объектының ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләне һәм уны төҙөүгә ҙур өлөш индергән “Барусс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Ингил Иҫәнғоловҡа, прораб Сәйет Исмәғилевҡа, фельдшер Гөлшат Алламоратоваға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Район етәксеһе һүҙҙәрен ҡунаҡтар ҙа ҡеүәтләне.
Ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күргән етәкселәргә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эште атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә юлдыбайҙар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен Дилара Әбделмәнова еткерҙе.
Яңы ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кеше —ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында тороусы изге күңелле, изге йөрәкле фельдшер Гөлшат Алламоратовалыр,моғайын. Ул – Төпсән ауылы ҡыҙы. 1990 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын Мораҡ дауаханаһында башлай. Юлдыбай ауылында 1995 йылдан эшләй. Хеҙмәт стажы - 30 йыл. Юлдыбай ауылын хеҙмәтләндерә, уның ҡарамағында 300-ләп кеше. Ауылдаштары уны үҙ һөнәренә тоғро булғаны, хеҙмәтенә яуаплы ҡарағаны өсөн хөрмәт-ихтирам итә.
Символик асҡысты фельдшерға тапшырғас, ал таҫма киҫелде. Ҡунаҡтар яңы ФАП менән танышып, уңайлы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бар заман талаптарына яуап бирә: бында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар кабинеты, дарыу препараттарын һаҡлау бүлмәләре бар, ул бөтә санитар нормаларға тап килә һәм кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Сара аҙағында ҡунаҡтар яңы бина территорияһына ағастар ултыртты.