Мораҙым
+29 °С
Болотло
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Август 2020, 11:04

Әсә һөтө -сәләмәтлек сығанағы

Әсә һөтө – сәләмәтлек сығанағы Мораҡ үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекология бүлеге лә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән баланы әсә һөтө менән туҡландырыуҙы хуплау һәм яҡлау маҡсатында иғлан ителгән акцияға ҡушылды. Мәғлүм булыуынса, ул донъяның 170-тән ашыу илендә 1 августан 7-һенә ҡәҙәр үткәрелә. Сараның төп маҡсаты – буласаҡ әсәләргә балаларына күкрәк һөтө имеҙеүҙең баланың һәм үҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн файҙалы булыуын төшөндөрөү. Төрлө матдәләргә бай күкрәк һөтө яңы тыуған сабый өсөн иң ҡулай аҙыҡ һанала, ул сабыйҙың иммунитетын нығытыуҙа ла ҙур роль уйнай. Әсә һөтөндә балаға кәрәкле бөтә кәрәкле матдәләр ҙә бар. Шуға күрә табиптар бала тыуғас та, тәүге алты айҙа тик күкрәк һөтөн генә имеҙергә тәҡдим итә. Эҫе төбәктәрҙә генә өҫтәмә рәүештә ҡайнатып һыуытылған һыу бирергә мөмкин тиҙәр белгестәр. Әйткәндәй, беҙҙең район дауаханаһы күптән “Балаға мәрхәмәтле дауахана” статусына эйә.

Әсә һөтө – сәләмәтлек сығанағы
Мораҡ үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекология бүлеге лә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән баланы әсә һөтө менән туҡландырыуҙы хуплау һәм яҡлау маҡсатында иғлан ителгән акцияға ҡушылды. Мәғлүм булыуынса, ул донъяның 170-тән ашыу илендә 1 августан 7-һенә ҡәҙәр үткәрелә.
Сараның төп маҡсаты – буласаҡ әсәләргә балаларына күкрәк һөтө имеҙеүҙең баланың һәм үҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн файҙалы булыуын төшөндөрөү.
Төрлө матдәләргә бай күкрәк һөтө яңы тыуған сабый өсөн иң ҡулай аҙыҡ һанала, ул сабыйҙың иммунитетын нығытыуҙа ла ҙур роль уйнай. Әсә һөтөндә балаға кәрәкле бөтә кәрәкле матдәләр ҙә бар.
Шуға күрә табиптар бала тыуғас та, тәүге алты айҙа тик күкрәк һөтөн генә имеҙергә тәҡдим итә. Эҫе төбәктәрҙә генә өҫтәмә рәүештә ҡайнатып һыуытылған һыу бирергә мөмкин тиҙәр белгестәр. Әйткәндәй, беҙҙең район дауаханаһы күптән “Балаға мәрхәмәтле дауахана” статусына эйә.
Сабыйҙы имеҙеү – әсәлек тойғоһон уятыусы писхофизиологик процесс икәнлеге лә билдәле, ҡатын –ҡыҙ сәләмәтлегенә лә ыңғай тәьҫир итә. Яман шеш, мастопатия, остеопороз кеүек сирҙәрҙе иҫкәртергә булышлыҡ итә.
Акция сиктәрендә үткәрелгән сарала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы табиптары йөклөлөк буйынса иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙарға баланы имеҙеп кенә лә ошо сирҙәрҙән һаҡланырға була икәнлеге тураһында һөйләй, әсә һөтөнөң балаға ниндәй файҙа килтергәнлеген ентекләп аңлата, баланы түшкә дөрөҫ итеп һалыу, артыҡ һөттө һауып алыу ( ғәҙәттә, бала имгәндән һуң артып ҡалғанын һауалар, баҡтиһәң, киреһенсә, тәүге һөттө бушатырға кәңәш итәләр, сөнки уның бик күп процентын һыу тәшкил итә) буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә тәҡдим итә.
Читайте нас