Мораҙым
+17 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Июля 2020, 16:22

Башҡортостанда коронавирустан 19-сы үлем осрағы теркәлгән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирустан 19-сы үлем осрағы теркәлгән.Был юлы хәүефле вирус ҡорбаны – Бәләбәй районынан гипертония ауырыуынан яфаланған 1955 йылғы ир-егет.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирустан 19-сы үлем осрағы теркәлгән.
Был юлы хәүефле вирус ҡорбаны – Бәләбәй районынан гипертония ауырыуынан яфаланған 1955 йылғы ир-егет.
Бөгөнгә коронавирустан вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 19 кеше.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 3 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 5 497-гә еткән. Тәүлек эсендә улар 47-гә артҡан.
Республика стационарҙарында хәҙер 401 коронавирус инфекциялы пациент ята. Уларҙың 27-һе – ауыр хәлдә, шуларҙың һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Ҡалған 1775 кеше өй шарттарында дауалана.
Уҙған тәүлектә 97 кеше дауахананан сығарылған. COVID-19 таралғандан алып Башҡортостанда 3216 кеше һауығып сыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас