Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан ҙур тантаналы сара үтте. Унда ҡырҡ йыл ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған һәм әлеге мәлдә тыуып-үҫкән еренә һәм халҡына намыҫлы хеҙмәт итеүсе Йомағужа ауыл участка дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Фира Сарбулатова ла ҡатнашты һәм РФ-ның Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
- Баш ҡалабыҙҙа Зәки Вәлиди урамынан үткән аҡ халатлылар парадында ҡатнашыу, тантаналы рәүештә бүләкләнеү минең өсөн ғорурлыҡ, оло ҡыуаныс булды. Хеҙмәтемде күреп лайыҡлы баһалауҙары артабан да дәртләнеп эшләр өсөн ялҡын өҫтәне, - ти Фира Юнир ҡыҙы.
Тулыраҡ мәғлүмәт - баҫмабыҙҙың ошо һанында.