Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар тағы ла 47 кешегә артты. Шулай итеп, сирҙе эләктергәндәр һаны 5 672-гә етте. Вафат булғандар һаны үҙгәрешһеҙ - 18 кеше, һуңғы аҙналарҙа был һан элеккесә ҡала.
Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала бөтәһе 2 853 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – ун кеше. 2 396 пациент дауалана, шуларҙың 683-ө - стационарҙарҙа.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 6 791 кешелә коронавирус асыҡланған, 104 ауырыу вафат булған. Илдә иһә бөтәһе 634 437 кешелә сир раҫланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 9 073 ауырыу шәбәйә алмаған, вафат булған.
Вирус аҡрын ғына артҡа сигенгәндәй, әммә тынысланырға иртә. Эпидемиология ҡағиҙәләрен үтәргә, сирҙе йоҡтормау өсөн тырышырға кәрәк.