Мораҙым
+18 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Июня 2020, 16:46

Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны — 5 171

26 июнгә Башҡортостанда рәсми раҫланған коронавирус инфекцияһы осраҡтары һаны —5 171. Тәүлек эсендә республикала 50 кеше COVID-19 менән ауырып киткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

26 июнгә Башҡортостанда рәсми раҫланған коронавирус инфекцияһы осраҡтары һаны —5 171. Тәүлек эсендә республикала 50 кеше COVID-19 менән ауырып киткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәне һәм элеккесә 18 кеше тәшкил итә. Был һан һуңғы бер нисә аҙна буйына үҙгәрешһеҙ ҡала.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса штаб хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта 2 370 кеше сирләй, 2 783-ө һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 6 800 яңы коронавирус осрағы асыҡланған. Бөтәһе 620 794 сирле теркәлгән. Илдә йәмғеһе 8 781 кеше коронавирустан вафат булған, 176 –һы — һуңғы тәүлектә.
Һуңғы тәүлектә илдә 8 988 кеше дауахананан сығарылған. Рәсәйҙә бөтәһе 384 152 пациент һауыҡҡан.
Читайте нас