Мораҙым
+15 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Июня 2020, 20:31

Башҡортостанда ете дауахана коронавирус буйынса карантинға ябылды

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы коронавирус инфекцияһы буйынса карантинға ябылған дауаханалар тураһында әйтелде.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы коронавирус инфекцияһы буйынса карантинға ябылған дауаханалар тураһында әйтелде. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итеүенсә, бөгөн ете медицина учреждениеһында сикләү саралары ғәмәлдә.
«Улар – Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы, Өфөнөң 13-сө дауаханаһы (8 бүлексә). 1 июндән Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһы, «Медсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Архангел һәм Бөрө үҙәк район дауаханаһы карантинға ябылды», — тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
Читайте нас