Тәүлек эсендә республикала вирусты 68 кеше йоҡторған һәм уларҙың дөйөм һаны 4 468-гә еткән. Сирлеләрҙең 1853-ө тулыһынса һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә 14 пациент дауахананан сыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны 8 835 кеше тәшкил итә, вафат булғандар – 119. Барлығы 280 050 пациент һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 948 ауырыу һәләк булды. Илдә ошо осор эсендә 14,8 миллион кеше тест үткән.
Әлегә беребеҙгә лә тынысланырға урын юҡ, күҙгә күренмәгән мәкерле “ҡунаҡ” эргәбеҙҙә генә. ”Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тигәндәй, сирҙе эләктермәү, яҡындарыбыҙҙы хәүефкә һалмау өсөн барлыҡ билдәле санитар-эпидемиологик сараларҙы үтәйек.