Мораҙым
+15 °С
Ясно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Июня 2020, 12:31

Радий Хәбиров коронавирус менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәпле артабан изоляцияның йомшартылмауы хаҡында белдерҙе

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы хәҙер юғары әҙерлек режимын йомшартыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡлығын әйтте. Киреһенсә, уҙған аҙна ауыр булды - «вахтасыларҙың иркен йөрөүе» арҡаһында ҙур сир сығанаҡтары барлыҡҡа килде һәм 65 йәштән өлкәндәр араһында ауырыусылар күбәйҙе. — Артабан хәлде яйға һалырбыҙ һәм йәнә сирлеләр һаны кәметеү өсөн эш алып барырбыҙ. Бына шул саҡта һөйләшербеҙ, - тине ул. Паркта ла кешеләр битлек кеймәй башланы, был хәлде тикшерергә кәрәк, тип билдәләне Хәбиров. 8 июнгә Башҡортостанда 4017 сирле теркәлгән (тәүлегенә +89), 1453-ө һауыҡҡан (+16), 18-е вафат булған.

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы хәҙер юғары әҙерлек режимын йомшартыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡлығын әйтте. Киреһенсә, уҙған аҙна ауыр булды - «вахтасыларҙың иркен йөрөүе» арҡаһында ҙур сир сығанаҡтары барлыҡҡа килде һәм 65 йәштән өлкәндәр араһында ауырыусылар күбәйҙе.

— Артабан хәлде яйға һалырбыҙ һәм йәнә сирлеләр һаны кәметеү өсөн эш алып барырбыҙ. Бына шул саҡта һөйләшербеҙ, - тине ул.
Паркта ла кешеләр битлек кеймәй башланы, был хәлде тикшерергә кәрәк, тип билдәләне Хәбиров.
8 июнгә Башҡортостанда 4017 сирле теркәлгән (тәүлегенә +89), 1453-ө һауыҡҡан (+16), 18-е вафат булған.
Читайте нас