“Килен булып төшкән ереңә таштай бат” – борон-борондан килгән был изге теләк яңы килен булып төшкән гүзәл затҡа ҡарай әйтелә. Ишембай районының Биксән ауылында йәшәүсе Миңниса һәм Биктимер Аллағужиндарҙың етенсе балаһы булып донъяға килгән Эльвира Шәрипова ла килен булып төшкән еренә – Үрге Сирбай ауылына таштай батып, бына инде 30 йыл тормош иптәше Шәүҡәт Әхәт улы менән матур ғүмер кисерә.
Күркәм пар бына тигән 4 ҡыҙға ғүмер биргән: өлкән ҡыҙҙары Гөлкәй үҙе тормошта, Дәүләтҡол ауылында йәшәй; Лилиәләре Мораҡ үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй; Гөлсәсәктәре Күмертау гимназияһының 9-сы, Гөлназдары Сирбай мәктәбенең 6-сы класында белем ала.
Эльвира Биктимер ҡыҙы бына инде 30 йыл һаулыҡ һаҡлау һағында тора, Үрге Сирбай ауылында фельдшер булып эшләй, Үрге Сирбай, Ҡыҙыл Яр, Үрге Мөрсәләй ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә, 2016 йылда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған, тормош иптәше Шәүҡәт Әхәт улы - “Мостострой” ойошмаһында тракторсы, халыҡ уны йыр-моңға маһир кеше, оҫта гармунсы тип белә, ул ауылда, районда уҙған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Эшенә бар күңелен һалып эшләгән Эльвира Биктимер ҡыҙы хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне “Мораҙым” гәзите биттәрендә уҡырға мөмкин.