Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Апрель 2020, 23:47

Сибайҙа коронавирус инфекцияһы осрағы асыҡланған

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урындағы халыҡҡа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов мөрәжәғәт итте.

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урындағы халыҡҡа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов мөрәжәғәт итте, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
“Бөгөн ҡалала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән кеше асыҡланды, - тине етәксе. - Ул Сибайҙан, әле тулыһынса изоляцияланған, хәле ҡәнәғәтләнерлек. Әйтергә кәрәк, был осраҡ 22 мартта ҡаланың үҙәк баҙарында булған хәл менән бер нисек тә бәйле түгел. Сирленең ғаиләһендә барыһы ла үҙаллы изоляцияла, һәммәһенән дә медицина тикшереүҙәре өсөн анализ алынған.
Ҡаланың үҙәк дауаханаһы табиптары юғары әҙерлек тәртибендә эшләй, махсус йыһазландырылған госпиталь әҙер, урамдар дезинфекциялана. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары менән булған хәлдән һуң сибайҙарҙан барлығы 756 биоматериал алынды, 76 кеше карантинға ебәрелде. Артабан хәлдең ниндәй йүнәлеш алырын белеп булмай, хәүефләнергә лә урын юҡ түгел. Шуға күрә йәнә бер тапҡыр, сибайҙар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм, үҙаллы изоляция режимында ҡалығыҙ! Бер-берегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: